+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТАНЫШЫУ Юмореска

Утыҙҙы үткән улының “килен алып ҡайтам” тигәне көтмәгәндә күктән төшкән бәхет шикелле булды Райханаға. Юғиһә, ир еткән улын да ҡарап, уға тамаҡ йүнәтеп, артынан йыйып... ҡыҫҡаһы, егеттең һуңлай биреп булһа ла башлы-күҙле булыуы мең артыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТАНЫШЫУ Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТАНЫШЫУ Юмореска

Утыҙҙы үткән улының “килен алып ҡайтам” тигәне көтмәгәндә күктән төшкән бәхет шикелле булды Райханаға. Юғиһә, ир еткән улын да ҡарап, уға тамаҡ йүнәтеп, артынан йыйып... ҡыҫҡаһы, егеттең һуңлай биреп булһа ла башлы-күҙле булыуы мең артыҡ.

Буласаҡ килене алдында кимәл тоторға кәрәк. Баштан уҡ ҡәйнәһенең кем икнлеген төшөнһөн, тип уйлап, иң беренсе сиратта шәп күлдәк алып кеймәксе булды Райхана. Ҡаланың текә магазиндарының береһенә барып инде. Ҡиммәтле, стилле берәй нәмә ҡарап алһын әле.

Магазинға барып инер-инмәҫтән һатыусы ҡыҙ ҡаршы килде. Күлдәк эҙләгәнен ишеткәс, артынан эйәртеп алып барҙы ла, ҙур размерҙар эленгән ергә еткерҙе. Бер кейемде алып күрһәтте, икенсеһен сығарҙы. Бер нәмәһе оҡшамай! Тора торғас йәне көйөп китте ҡатындың, нимәһен был сәпсек уға әллә ниндәй формаһыҙ тоҡтар күрһәтеп тик тора әле? Шул хәтлем һимеҙме ни ул?

–  Биллерәк әйбер юҡмы ни?

– Билле?.. Һеҙҙең кәүҙәгә һәм размерға ошолар яҡшыраҡ булыр ине. Йәшегеҙгә лә...

– Минең йәште һин ҡайҙан беләһең?

Һатыусы ҡыҙ ҙа артыҡ тәртип һаҡлап торманы:

– Күрәм.

Райханаға етә ҡалды:

– Күргәс, йүнле берәй нәмә тәҡдим ит, –  тип, күҙенә салынған бер күлдәккә тотонғайны, ҡыҙ ҡаршы төштө:

– Бының өсөн һеҙгә өс-дүрт размерға ябығырға кәрәк.

Ҡатын һатыусыны һынсыл күҙҙән үткәрҙе:

– Ә бына һиңә аҙыраҡ ит ҡундырыу ҡамасауламаҫ ине. Юғиһә, шау һөйәкһең, ни түш, ни башҡаһы юҡ, тигәндәй.

Ҡыҙ ҡып-ыҙыл булып, тауышын баҫа төшөп уҫал өндәште:

– “Һин”гә күсмәгеҙ, мин рөхсәт итмәнем. Икенсенән, мине эш урынында кәмһетәһегеҙ. Әйберҙәр оҡшамаһа, әҙәп белмәһәгеҙ, сығыу ишеге ана тора.

Райхана, киреһенсә, тауышын күтәрә төштө, барыһы ла ишетһен, йәнәһе:

– Эш рәте белгән һатыусы тотһалар булмаймы икән? Һатып алыу теләге юғалды бынау йүнһеҙ ҡыҙ менән!

Ул шулай туҙынып сығып китте лә, баҙарға барып, хәле бөткәнсе ирешеп-талашып, сауҙалашып, бер нәмә табып алып ҡайтты. Баҙарҙан булһа ла, модный магазин тауарынан кәм түгел ине күлдәге, уныңса. Һәр хәлдә, улы килен алып килә торған мәлдә сынъяһау булып зал уртаһында баҫып тора ине. Йәштәр өҫтәл ябылған яҡҡа үтте. Танышырға килгән ҡыҙҙы күргәс, Райхана ниңәлер бер аҙ сүгә, ә ҡыҙ ҡасырға теләгәндәй, артҡа тартыла төшөп ҡуйҙы. Икеһенең дә йөҙөндәге йылмайыу салшайа биреп китте. Үткәндәге һатыусы менән һатып алыусы бер-береһенә секерәйә ҡарап ҡалды. Ә уларҙың уртаһындағы егет быларҙың береһен дә күрмәне:

– Таныш булығыҙ: был – әсәйем, был минең һөйгәнем.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: