+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ӘБЕЙ МОНОЛОГЫ Юмореска

Армияға киттем әле! Ейәнемде йыл да ваинкамат саҡыртып ыҙалата бит. Ә уға уҡыр кәрәк. Эшләр кәрәк. Ҡыҙҙар артынан ухаживать итер кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә внугым ҡасып йөрөй, тота алмайҙар. Ә минең бер эшем юҡ, шуға тотто ла, үҙем киттем. Мин бит һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡта йәшләй генә утын киҫкән, мал ҡараған кеше. Армия ғына миңә шуртмы инде ул... Килһәм бында минең һымаҡ әбейҙәр күп икән ул. Бынау мәрйәләре тулып йөрөй, вис внуктарын йәлләп килгәндәр. Мәрйәләр ней шәп йүгерә, сало ашап алалар ҙа.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ӘБЕЙ МОНОЛОГЫ Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ӘБЕЙ МОНОЛОГЫ Юмореска

Ысынында, бында һәйбәт ашаталар. Өйөп-өйөп һалып бирәләр. Икмәкте ярты буханкалап тараталар. Ул хәтлем тығынып булмай бит инде, мин әпәкәйҙе киптереп себештәремә йыям. Яҙға хеҙмәтем бөткәндә, сохарийҙарымды ла апҡайтырмын тием.

Иртә ятҡыралар, шуныһы оҡшамай. Киске ун тулһа “Отбой” тип һала ла ҡуялар. Ят инде шунан етмеш йыллыҡ ғүмереңде тәфсирләп уйлап. Ярай, иртә торабыҙ, торабыҙ ҙа килеп билдән былай һалҡын һыу менән ҡойонабыҙ. Унан зарядка яһайбыҙ. Билем тура торорға эшкинмәй ине, хәҙер бына был яҡҡа ла бөгөлә, теге яҡҡа ла бөгөлә. Килеп зифа билле булып киттем.

Турникта аҫылып торабыҙ. Иң ҡыйыны ул турникка менеү инде, баҫҡыс алып килеп үрмәләгәнсе төш етә. Төшөүе мәшәҡәт түгел, ҡулды ысҡындырһаң, ҡолай ҙа төшәһең.

Автомат тиреп-йыйып ултырыуы оҡшай былай миңә. Автоматтың тимер-томоронан кисә сипарат йыйып ҡуйҙым әле. Өйөмдө һағынғанмындыр, күрәһең.

Маршҡа баҫтырып йырлатып ҡаҡшаталар бит, шуныһы бар. “Запевай!” – тип ҡысҡырһалар, мин ни, һалдат йыры белмәйем дә инде, ҡысҡырып тороп “Ғәле-Ғәле, ғәллерәле, Ғәлегә барам әле” тип йырлайым. Мәрйәләр “Ой, мороз-мороз” тип үкерәләр шунда. Минең йырыма маршировать итеп кенә булмай бит, аҙағында тыпылдатып бейеп китәм. Бына шулай күңелле үтә маршировка.

Былай бөтә заданяларҙы ла яҡшы билдәләренә генә үтәйем. Тор тиһәләр, торам, ят тиһәләр, ятам, һикер тиһәләр һикерәм. Әйткәндәй, парашюттан һикерҙек бит әле... былай мин йәш саҡта гел осорға хыяллана торғайным. Бына, моратыма ирештем. Аҙаҡтан өс көн һөйләшә алманым инде, ярай уныһы зыян түгел. Ана Марюся һаман һөйләшмәй әле. Минең бит һауала парашют асылмай ҡуйҙы, бынау бил итәкле күлдәгемде кейгәнмен алай ҙа, шуның менән генә тере ҡалдым. Итәгемә ел тулып, айраплан менән килеп төштөм.

Бына шулай, күңелле генә итеп хеҙмәт итеп йөрөйөм. Бында минең һымаҡ әбейҙәр етәрлек. Ейәндәре теләмәгәс, хеҙмәттән ҡасҡас, килгәндәр, өҫтәлеп кенә торалар. Кем ейәнен йәлләмәһен инде, шулай бит? Бына, тиҙҙән, Алла бирһә, сәпкә атыу дәресен башлайбыҙ. Унда ла бирешмәм, себеш көткәндә ҡарғаларға һалмауырҙап өйрәнгәнмен мин, күҙем үткер, ҡулым ныҡ әле. Унда ейәнем генә тыныс йөрөһөн.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: