-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
13 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЭТ ҺУҒАРҒАНДА Юмореска

Бер көн ҡыҙым ғаиләле дуҫтарының... этен алып ҡалып тороуҙы үтенде. Йәштәр бергәләп ялға ҡырға сығып килергә теләй, ә яңы ғына һатып алған көсөктәрен ҡалдырып торор урындары юҡ икән. Элек беҙ балаларҙы кемгә ҡалдырырға белмәй инек, хәҙер заманы шулайҙыр, күрәһең, тип, алып ҡалдым. Һалбыр ҡолаҡлы ҡурсаҡ кеүек көсөктө махсус ашы, йүргәктәре, памперсы, ятыр урыны менән бергә күсереп алып килделәр. Хужалары ярты сәғәт буйына “бәпестәрен” ашатыу һәм тәрбиәләү инструкцияһын өйрәтте. Ниһайәт, эт балаһы менән икәү генә ҡалдыҡ. Ул ятһырап торманы, шунда уҡ тәҙрә түленә ҡарай йүгерҙе.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЭТ ҺУҒАРҒАНДА Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЭТ ҺУҒАРҒАНДА Юмореска

Барып селтәр осон тырнағына эләктереп тә алды. Минең ҡәҙерле генә ҡорғандарымды! Саҡ ҡотҡарып өлгөрҙөм, түл итәген күпкә өҫкә ҡалҡытып бәйләнем. Ә көсөк ары йүгерҙе. Өйҙә кейә торған тәпишкәмдең йөнтәҫ кенә шар-биҙәген ҡыҙыҡ күреп йәбеште лә, өҙөп тә ырғытты. Шуны туп итеп уйнай башлағайны, был йән эйәһенә стерилләнмәгән нәмәне ҡабырға ярамағанлығы иҫемә төштө. Йәһәтләп көсөктө тотоп алып, ауыҙ-моронон сайҡаттым, тәпәйҙәрен һөрттөм. Үҙенең уйынсыҡтарын сығарып бирҙем, юҡ, уларға әүрәмәй, гел ярамағанға ынтыла. Бысранмаһын тип, барлыҡ аяҡ кейемдәрен, аҫта ятҡан әйберҙәрҙе йәшереп бөттөм. Уның тәтәйҙәрен шылтыратып, ырғытып, һикертеп әүрәтәм хәҙер быны. Уйнап “арығас”, быны имеҙлек менән имеҙергә кәрәк. Ике сәғәт һайын! Уға порошоктан һөт иҙәһең, шешәгә һалаһың һәм баҫтырып тотоп ауыҙына тығаһың. Супылдатып имеп ала. Етмәй ҡала, күрәһең, тағы һорай. Тик –ярамай, ҡағиҙә ҡушмай.

Ашағас көсөктөң памперсын алмаштыраһыңда, уға тағы ла йоҡа комбинезонын, тәпәйҙәренә махсус пинеткалар кейҙереп тышҡа алып сығаһың. Күтәреп кенә йөрөтәһең. Ергә төшкәндә лә тупраҡ ашап, таш ялап, һыу йотоп ҡуймаһын – ҡарап ҡына тор. Һауа булағас, ҡайтып бер ҡат дезинфекция үтәбеҙ: тәпәйҙәр, морон һәм башҡа асыҡ урындар спирт иҙелмәһе менән ыуыла. Унан тағы имеҙлек, уйын, йоҡо, имеҙлек, уйын... Ашҡаҙаны эшләмәй китһә, дарыуын эсерәһең, эсен ыуалайһың. Нәжесен ҡарап ҡына тораһың, артыҡ шыйығайһа беренсе, ҡаты күренһә – икенсе шешәнән һалып йоттораһың. Тынысһыҙланһа йомшаҡ щеткаһы менән һыпыраһың, массаж өсөн ҡатыраҡ щеткаһын алаһың. Йоҡлатҡан һайын түшәп ятҡан йүргәген алмаштыраһың. Памперсын яңыртҡанда арт һанын саяһың. Иртәнге процедураларҙа ҡолағын, танау тишектәрен, тырнаҡ араларын таҙалап тораһың. Бына шундай мәшәҡәтле булды был ҡиммәтле көсөк. Өс көн эсендә шундай булып арыным, үҙ ғүмеремдә балалар менән улай йонсомағанмындыр. Килеп алғандарында шундай еңел һулап ҡалһам да, күҙ алдынан юғалғайны һағындыра бит, әй, суҡынған. Төймә күҙҙәре, аҡыллы ҡараштары, тейен мороно, тыптырлап сабып китеүҙәре ҡапыл иҫкә төшә лә, күңелде бер наҙ килеп баҫа. Вәт һиңә, арбауыс.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: