-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТӘРБИӘСЕ Юмореска

– Ҡәйнәм, бөгөн балалар менән ултырып тора алмаҫһығыҙмы икән? – килене шылтырата. – Юҡ, килен, ваҡытым юҡ. – Улығыҙ менән ялыбыҙ тура килгәндә, ҡалаға сығып килһәк, тигәйнек... – Ярар, булыр әле мәлегеҙ. Беҙ бөгөн районға сығабыҙ, унда Мәскәү ҡунаҡтары килә, төш башынан кейенеп, клубта булырға тейешбеҙ. – Килене, үпкәләүен белдерергә теләптер, йәһәт кенә трубкаһын һалды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТӘРБИӘСЕ Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТӘРБИӘСЕ Юмореска

Ул арала бабайы һүҙгә ҡушылып китте:

– Ҡасан бөтөр икән шул байрамдарың? Бөгөн тағы һыйырҙар һауылмай инде...

– Һыйыр важныраҡмы, әллә Мәскәү ҡунаҡтарымы? – иренән артыҡ ыжламай ул Заһира, шуға ла ике ҡулын бөйөрөнә таянып баҫты.

– Мәскәүҙәр ашатамы һине? Йәш танаң шулай аҙнаһына бер һауылып йөрөп бөтөнләй ҡулдан ысҡынды, яҡын да барырлыҡ түгел. Баҡсаны ҡый баҫҡан. Бәпкәләрең юғалып бөттө. Ә һинең – байрам да туй, семинар ҙа фестиваль, ҡунаҡ та сара. Эшләп йөрөйһөң, тиерһең?

– Эштән дә етдирәк беҙҙең эш! Беҙ халыҡты тәрбиәләйбеҙ!

– Үҙебеҙҙекеләрҙе тәрбиәләйек әле башта. Ана, килен нисәнсегә инәлә, ейәндәреңә өйләсәй булып өйрәнергә ваҡыт. Улыбыҙ өйләнмәй утыҙҙы үтте, шуға берәй арыуыраҡ ҡыҙ ҡарап әпирешәйек.

– Һин дә шул уҡ олатай һәм атай. Бар, ҡараш, әпир кәләшен дә.

– Ундайҙы ҡатын-ҡыҙ, бына һинең кеүек йәшәрен йәшәгән, белерен белгән инәй-апайҙар, өләсәйҙәр башҡарырға бурыслы.

– Юҡты һөйләмә, мин бер кемгә лә бурыслы түгел. Үҙҙәре тапҡан балаларҙы үҙҙәре ҡараһын. Ә улыңа мин бисә эҙләп йөрөмәм инде, үҙеңә оҡшап, бешмәгән булғас...

 

Шулай кәйефен төшөрөп маташһалар ҙа, бирешмәне Заһира, милли күлдәктәрен, тәңкәле яулыҡтарын ябынып алып, клубҡа китте. Унда йыйылған ҡатындарҙы автобусҡа тейәп, районға елдерҙеләр. Бөтә район алдында йырлап-бейеп, күргәҙмәләр күрһәтеп, көн үтте. Кисен район ҡатын-ҡыҙҙары алдында илһамланып доклад уҡыны. Доклады “Өләсәй – ғаиләнең ҡото” тигән темаға ине.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: