+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Сентябрь 2021, 07:47

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АУЫЛ СТАДИОНЫНДА Юмореска

Ринат – спортсы. Ябай ғына спорт һөйөүсе түгел ул, ә профессионал кимәлдәге, әллә нисә тапҡыр республика һәм ил намыҫын яҡлаған етди спортсы. Бөтөн ваҡытын спорт залдарында, тренировкаларҙа, бассейндарҙа, стадиондарҙа үткәрә. Бына шул егетте ауылға олатаһы саҡыртып алды. Йәнәһе, ул инде ныҡ ҡартайған, ейәне менән әллә һуңғы йәйелер әле, күптән бергә булғандары юҡ, фәлән-фәсмәтән. Көҙгө ярыштарға әҙерләнер ваҡытын ауылда серәкәй һимертеп ята алмай бит спортсмен, әммә, шул уҡ ваҡытта, олатаһы ла йәл һымаҡ. Ата-әсәһе лә “олатайыңдың һүҙен йыҡма” тине бер ауыҙҙан. Уйланы-уйланы ла, спортсмен, барып берәй өс көн алдаштырып йөрөп килергә булды ҡартты. Ә ауылдың һиллеге-е... Ҡоштар һайрауына уянаһың да, сиңерткәләр сырлауына ойоп йоҡлап китәһең. Ҡаймағы, ҡоймағы, ите-майы, хатта йомортҡалары ла ауыҙ тултырып ашарлыҡ эре һәм тәмле бит әле. Тик...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АУЫЛ СТАДИОНЫНДА  Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АУЫЛ СТАДИОНЫНДА Юмореска

– Олатай, – тине егет өсөнсө көн тыуғас, –  миңә тренировкаларға тотонорға ваҡыт. Былайтып хәрәкәтһеҙ күп ашау ҙа файҙаға түгел. Мин бит спортсмен.

–  Ярай, улым, ҡайтырһың тирнаруфкаларыңа. Башта, әйҙә, урманға барып, үлән еҫен һулап ятып киләйек, унда аш бик яҡшы һеңә ул.

Ат егеп, салғы-түш алып, өләсәй төйнәгән аҙыҡ тоғон тейәп, таң һарыһынан сығып киттеләр. Барып ҡыуыш ҡороп алғас, үлән сәйҙәре бешереп шөрпөлдәткәс, олатаһы ике салғыны янып, береһен тотоп бакуй башлап төштө. Ейәненә артынан ҡала биреп ҡуҙғалырға һәм тап уныңса эшләргә ҡушты. Беренсе ыҙанды еңел үтте спортсмен, икенсеһендә тир бәреп сыҡты. Өсөнсөлә... дүртенселә... тернажерҙың иң юғары темпында шөғөлләнгәндәй булып аҡты хәҙер тән һыуы. Ә олатаһы – һепертке менән урам һепергән һымаҡ ҡына һәлмәк һелтәп тик йөрөй. Оятҡа ҡалмау өсөн ул туҡталғансы тырышты егет, устары ҡабарып сыҡһа ла, аяҡ быуындары ҡалтыраһа ла, ҡулбаштары талһа ла түҙҙе – һуң ул бит спортсмен!

– Шунан, улым, тирнаруфкаларың һағындырамы? – тип хәйләкәр көлдө төшкө аш артында ҡарһаланып тауыҡ һөйәктәрен кимергән ейәненән ҡарт. – Бөгөнгә сабыуың етеп торор, төштән һуң икенсе “стадионға” күсербеҙ.

 

Төштән һуң олатай менән ейән үрҙәрәк урынлашҡан делянка ерендә ятып ҡалған ҡоро ағастарҙы башта бер урынға ташып өйҙө. Ҡарт еңел башты үҙе алды ла, ауыр яғын әзмәүерҙәй ейәненә ҡалдырҙы. Унан шул олондарҙы яйлыраҡ урынлаштырып, ҡул бысҡыһы менән быса башламаһындармы!

– Төҙөрәк тарт... ныҡ батырма... иркен йөрөт... – тип өйрәтеп кенә торҙо олоһо. Быстылар ҙа быстылар, быстылар ҙа быстылар. Унан шул түмәрҙәрҙе арба янына ташынылар. Гир, штанга, гантелдәрең ары торһон ине был эштең ауырлығында. Штангаларҙың исмаһам уңайлап тотор урындары бар, ә бында... Утын арбаға тейәп бөтөлөп, арҡан менән нығытылғанда, Ринат, хәле бөтөп, тәгәрмәс төбөндә ултыра ине. Әммә иртә туғарылған икән. Ҡайта торған биш саҡрымды ул арба янынан йәнәш атланы, тау үрҙәрендә арттан этеште, ҡайтҡас бушатты. Унан олатаһы ейәнен шартлап торған мунсала һыҙыраһынан сабып сығарҙы. Мунсанан һуң урындыҡта, өләсәһенең табыны артында уҡ әүен баҙарына китте егет.

 

Иртәгеһен тағы иртәнән барып бесән сабып килделәр ҙә, төштән кирегә картуф һаҡлауға тышҡы баҙ ҡаҙҙылар. Хәл йыйыуға эргәләге йылғаны икешәр-өсәр ҡат йөҙөп сыҡтылар. Артабанғы көндәрҙә бесән сабыу, утын бысыу, ярып өйөү, картуф күмеү, ҡоймаларҙы алмаштырыу, көтөү көтөү, мунса бураһы бурау, һарай тиреҫтәрен һыҙырып түгеү, ул арала кипкән бесәнде күбәләү һәм ташып алыу һымаҡ эштәр башҡарыла торҙо. Бөтөн ошо мәшәҡәттәр тамам булғас ҡына олатай ейәненә ҡалаға юлланырға рөхсәт бирҙе:

– Инде бар, улым, бында миңә ярҙам иттең, унда һине ауыр хеҙмәт – тринаруфкалар көтәлер. Беҙ ни бында спорттың нимә икәнен белмәгән ауыл ҡарттары, һинең шөғөлдәреңде аңлап та етмәйбеҙҙер, –  тине.

 

Ҡалала Ринатты спортташ дуҫтары тел шартлатып ҡаршы алды, урап ҡарап сыҡтылар хатта:

– Хәтәр шөғөлләнгәнһең һин, дуҫ!

– Йән аямай тырышҡаның күренеп тора!

– Ҡояшта янғанһың, мускулдарың бермә-бер үҫкән, көс-ҡеүәтең урғылып тора. Ҡайҙа шөғөлләндең, ниндәй тренерҙа?

– Ауыл стадионында, унда тренер ҙа бушлай, ашау ҙа бушлай, йәшәү ҙә бушлай – шөғөллән генә!

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: