-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ИНТЕРНЕТ-ҺӨЙӨҮ Юмореска

Ир-егет ухаживать итергә ярата бит... интернет аша. Улар башта һинең диуарыңа килеп инә лә, күҙ йомоп бөтә фотоларыңды ла лайкать итә башлай. Шулай “йөрәк”кә баҫып сығыуҙы ысынлап йөрәккә үтеп инер батырлыҡҡа һанайҙар, күрәһең.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ИНТЕРНЕТ-ҺӨЙӨҮ Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ИНТЕРНЕТ-ҺӨЙӨҮ Юмореска

Лайктар менән “иғтибар яулап алғас”, был арыҫландар һине сәскәләргә “күмә”. Ул букеттарҙың алы ла гөлө лә, кәрзиндәгеһе лә, биҙрәләгеһе лә килә. Һүрәттәрҙә, әлбиттә...  Унан, әйҙә, концерттарға “саҡыра” башлайҙар. Айҙар Ғәлимов та, Әнүәр Нурғәлиев та, Фидан Ғафаров та, һәм тағы һин белмәгән дә әллә ниндәй әртистәрҙең йырҙары... килеп тула. Тыңлап ҡына өлгөр! Һәм инде һиңә шундай сығыштар “ҡаратҡандан һуң”, ниһайәт, “хәйерле иртә һәм кистәр” башлана. “Хәйерле иртә!” һәм дә ун биш төрлө смайлик. “Хәйерле кис” һәм дә егерме биш открытка. Берәр ай барған ошондай “ухаживание”лар тамам ике-араны “яҡынайта”, күрәһең, ир-егет хәҙер йөҙ төрлө видеолар ташлай башлай. Арымай-талмай, ялыҡмай-йыбанмай, уйһыҙ-моңһоҙ булып видеороликтарҙың ярағанын да, ярамағанын да һала ғына. Һуңғы этап булып фотолар килә башлай: бына ул ашап ултыра, бына эсеп ултыра, бына мунсанан һуң, бына тәмәке көйрәтә һәм башҡалар. Ике-өс ай шулай һине ҡыйлағандан һуң, кәре ҡайта, күрәһең, “бүләктәр” һирәгәйә. Унда ла яуап бирмәһәң, “һин ҡалай эреһең” йәки “һиңә тағы нимә кәрәк” тигән үпкә һүҙҙәре килеп төшә. Шулай итеп, һин ир-егет иғтибарының иң кәттәһенән ҡолаҡ ҡағаһың. Шундайын кәнфитле-букетлы һый-хөрмәтте һанлай, хөрмәтләй белмәйһең булып сыға. Ошо урында әгәр ул “ғашиҡты” заблокировать итеп өлгөрмәһәң, артабан, яуапһыҙ “мөхәббәттән” интернет-ухажерҙарың, асыуы ҡабарып, бәғерһеҙлегең өсөн әрләп, кәмһетеп тә ҡуйырға мөмкиндәр. Үкенескә ҡаршы, бөгөн интернетта шундай хәлдәр бик йыш. Ир-егеттәр мөхәббәтте лә, мөнәсәбәттәрҙе лә шулай интернет аша ҡорорға ярата. Бер кино геройы әйтмешләй: “Господи, как скучно мы живем! В нас пропал дух авантюризма! Мы перестали лазить в окна к любимым женщинам…”

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: