Унан һимергәнде ябыҡтыра, ябыҡҡанды һимертә, күҙе күрмәгәнде дауалай, аяғы һыҙлағанды шифалай, арҡаһы ауыртҡандың ҡатыуын яҙҙыра, башы ауырығанды һауыҡтыра торған бальзамды... өс йәшник итеп алып ҡалған. Беҙгә лә алған инде. Барыбыҙға ла файҙа итергә уйлаған. Был изгелеге ике айлыҡ пенсияһына көс булып төшкән. Тикшереп ҡарағайныҡ, тылсымлы бальзамдары аптекалағы 120 һумлыҡ үлән төнәтмәһе булып сыҡты. Бына шундай һәм башҡа төрлө хоҙай ҡушмаған юлдар менән уның йортона дарыуҙар ҙа, көнкүреш техникаһы ла, кейем-һалым да, косметика ла килеп тулған. Бер мәл ит турағыс алған да, ул иткә өҫтәлмә витаминдар ҡушып сығара, тип иҫбатлай.
– Нисек техника иткә витаминдар бирһен ул? Апай, уйлап ҡара аҙыраҡ? Был бит ғәҙәти әлүминдән ҡойолған, – тип ҡарайым.
– Ғәҙәти әлүмин түгел, ти шул. Бына шундай заман техникаһы, унан аша үткәргән бөтөн ризыҡҡа витаминдар өҫтәлеп китә, ти.
– Апай, һин бит улай уҡ наҙан ҡатын түгел...
– Наҙан булмағанға ла сәләмәтлегемде ҡайғыртам.
Нисәлер көн шул ит турағыс аша ит тә, йәшелсә лә, хатта икмәк тә үткәрелеп ашала ла, яйлап онотолоп, заман техникаһы тартмаларҙың береһендә төпләнә.
Һуңғы хәл иһә бөтөнләй саманан сыҡты. Ярһып шылтырата был:
– Һылыу! Мин билет алдым!
– Нимәгә билет?
– Кәмәгә!
– Кәмәгә?..
– Эйе! Тиҙҙән ахрызаман башлана, ти. Бөтөн донъяны һыу баҫасаҡ! Шуның өсөн ҙу-у-ур кәмә төҙөлә икән...
– Ш-шунан?..
– Шунан шул бына – кем алып өлгөрә өлгөрөп ҡала, кемдәр белмәй ҡалған... ҡала инде, бахырҙар. Мин...
– Нисә һум?! – тип ҡысҡырам быны бүлдереп.
– Биш мең.
– Биш мең? Һин шуны биш меңгә алдыңмы? Ҡайҙан алдың? Кем һатты?
– Фатирға индереп киттеләр... һатып йөрөйҙәр ине йортта.
– Уф, Аллам!
– Борсолма, һылыу, мин һиңә лә алдым. Сразы һине лә уйланым, туғанымды ташлап китмәйем дә инде, тинем...
– ....