Бер өйгә инһәләр, ҡыуанып ҡаршы алғандар, һикегә ултыртҡандар. Кем белә, бәлки эсемлектәре лә сәй менән генә сикләнмәгәндер. Ҡайтырға сыҡһалар, һайлау өсөн килеүҙәре иҫтәренә төшә. Иң тәүҙә өй хужаһы бюллетенде ала. Тауыш биреү өсөн, ҡыҙыл сепрәк менән көпләнгән йәшник иҙәндә ултыра. Һайлаусы, был ҡағыҙҙы ни эшләттергә, тип һорай.
– Анау ярыҡҡа һалаһың, – тиҙәр.
– Ҡайһы ярыҡҡа, – тип һорай һәм үҙе килә лә, бюлллетенде иҙән ярығына тыға ла ҡуя.
Әмәлгә ҡалғандай, баҙ алғы яҡта була. Балта килтереп, бер таҡтаны алып, бюллетенде сығарып, урнаға һалырға тура килә.
Шунан һуң ғына һайлау комиссияһының был ауылға беренсе тапҡыр хәбәрсе килгәндән һуң ғына ебәрелеүе асыҡлана.