-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Сентябрь 2021, 10:02

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МИН ҺИҢӘ ЙОНДОҘ БҮЛӘК ИТӘМ Юмореска

–Әгәр һин минең һөйгәнем булһаң... мин һиңә ана-ау йондоҙҙо бүләк итер инем, – тигән тылсымлы һүҙҙәр менән туҡтатҡайны бер кис ҡала урамында уны Әсҡәте. Ғәҙәттә, ауыл егеттәре тупаҫ ҡына итеп: “Танышайыҡмы?” – ти ҙә һорайҙар бит. Ә был – “йондоҙ бүләк итер инем”, тине. Туҡтаны, әлбиттә, Зәлифә, таныштылар. Шунан алып дуҫлашып-осрашып йөрөнөләр. Унан Әсҡәт: “Мәңгелек минеке бул, мин һиңә иң яҡты йондоҙҙо алып бирәм”, – тине һәм өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Иң романтик һәм иң йомарт ир уныҡы булғандыр, күрәһең. Әхирәттәренә: “Миңә Әсҡәтем йондоҙ бүләк итә”, – тиһә, тегеләре ҡыҙарышып-бүртенешеп көйөп китәләр. Бигерәк тә, Рәмилә тигәне: –Минең ирем “бүләк” ти ҙә аҡса бирә, “бүләк” ти ҙә аҡса бирә, ул да булдымы инде бүләк? Бер ниндәй фантазияһы юҡ, шул тиклем ҡырыҫ, әйтәгүр,  бына... – тип, ирен яттан әрләй.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МИН ҺИҢӘ ЙОНДОҘ БҮЛӘК ИТӘМ Юмореска
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МИН ҺИҢӘ ЙОНДОҘ БҮЛӘК ИТӘМ Юмореска

Йылдар үтә торҙо, “бүләктәр” күбәйҙе һәм хәҙер инде йыһандағы бөтөн йондоҙҙар ҙа исемләп Зәлифәгә күсеп бөттө. Әгәр ул шул ваҡыт “йыһан минең шәхси милкем” тип бөтөн донъяға иғлан итһә лә, ҡаршы һүҙ әйтеүсе табылмаҫ ине. Сөнки ҡатын егерме йыл ағымында шул йондоҙҙарҙы ҡабул итте бит. Әммә шундай мәл тыуҙы... Шундай мәл! Ғәҙәттә, ундай мәлгә ҡатын-ҡыҙ һуңлаңҡырап килә, әммә ҡайһылай ҙа килеп етә ул унда. Ул ай-ҡояштан, йондоҙҙарҙан баш тарта ла... ябай ғына итек таптыра башлай.

–Миңә ҡышҡы итек кәрәк, быныһын ремонтлата торғас, инде ямар урыны ҡалманы, – тине ул да берҙән-бер кис, ирен шаҡ ҡатырып.

–Итек?.. – Әсҡәт, күҙҙәрен “сип-сип” иттереп, аяҡ аҫтына “ларҫ” килеп ятҡан алама итектәргә ҡарап ҡалды.

–Эйе! Итек! – тине ҡаты ғына итеп Зәлифә лә.

– Һииии... итек тә булдымы... Ә мин яңы йондоҙ астым. Теләйһеңме...

–Теләмәйем! Миңә бөгөн итек кәрәк! Ҡышҡы пәлтә лә кәрәк. Минең бер яңы нәмәм юҡ, инде егерме йыл!

Шул ваҡыт күктәге йондоҙҙар йымылдашып көлөштө. Улар Әсҡәткә ярҙам итә алмай ине инде. Бер нисек тә.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: