“Дүрт меңлек” тигәне, тәьҫир итеүҙән бигерәк, аптыратты. Шул хәтлемгә гөл алыусыға хөрмәт йөҙөнән генә лә ҡарарға була бына.
–Нимә тигән гөл икән? – тигәндә, ҡунағым, иҫе китмәй генә ҡул һелтәгәйне:
–Исемен әйткәйнеләр ул... иҫләй алманым. “Рахер-махер” тигән кеүек ине примерно...
Интернет бар ҙа инде! Аҙаҡ шунда инеп ҡараным, “Радермахера” икән атамаһы. Ағас булып ҙурая... ун биш йылдай ултырғас ҡына, сәскә ата... төндә... Артабан уҡыйым: “һыуҙы туңдырып, иретеп ҡойорға, һауаны дымлатып торорға, тупрағы төбөнә гавайский мүк һалырға һәм йыш алмаштырырға, шундай-шундай минералдар, органика, калий, фосфор, витаминдар...” Йә, инде! Ҡаты ауырыу менән түшәктә ятҡанды ла былай баҡмайһыңдыр әле. Хәтәр икән был “рахер-махер”. Элек әсәйҙең өйө тулы гөл була торғайны. Ярангөл, еҫлегөл, бәрхәтгөл, төрткөгөл, бесәйгүҙ, зәңгәргүҙ ине гөл исемдәре. Үҙебеҙ эскән шишмә һыуын сүместән тура ҡоя ла сыға торғайныҡ. Йыл әйләнәһенә шаулап сәскә атып тик ултыра инеләр. Минерал да, калий ҙа, фосфор ҙа һораманылар. Ә хәҙерге гөл атамаларынан тел һыныр: антриум, диффенбахия, сансевиерия, филодендрон, замиокулькас һәм башҡалар. Ә уларҙы ҡарау, тотоу шарттары?! Уларҙың хаҡы!
Ҡасан гөлдәр “иностранка”ларға әйләнеп бөттө ул, кем белә?
------------------------------
Һүрәттә: аглаонема гөлө.
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"