+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Сентябрь 2021, 20:21

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ПРАСТИТЕ, ТИМАФЕЙ ПЕТРОВИЧ...

Эргәбеҙҙәрәк йәшәгән бер ҡатнашҡан апайҙың ире урыҫ ине. Ҡайҙандыр ҡырҙан эйәртеп алып ҡайтҡан.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ПРАСТИТЕ, ТИМАФЕЙ ПЕТРОВИЧ...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ПРАСТИТЕ, ТИМАФЕЙ ПЕТРОВИЧ...

Шул урыҫ ир берҙән-бер көнө һис сәбәпһеҙ генә, йоҡларға ятҡан еренән, үлгән дә киткән. Апай таңдан сарбаулап килеп инде. Ҡалайтырға? Эштән һорап, ярҙамлашырға ҡалдым. Был яҡта туғандары юҡ, моргка алып барырға, тикшертергә, ерләү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ул мәйет менән ҡайҙалыр юлланды, мин хәҙер бешеренергә тип уларҙың йортона киттем. Иптәшкә бәйҙә торған йәш лайкамды эйәртеп алдым. Барып ҡына эшкә тотонайым тиһәм, нимәнән башларға белмәйем икән. Мәйет йолаһы ниндәй һуң урыҫтың? Хужабикәгә шылтыратһам, ул да белмәй, уны уйларға ваҡыты ла юҡ. Аптырап, урыҫ таныштарымды барлап сығып, тегеһенән-быныһынан мәғлүмәттәр туплап, бешеренә башланым. Ете төрлө ризыҡ йүнәтә икән урыҫ был хәлдә. Бешеренеп йөрөһәм, ерләү хеҙмәте мәйетте килтереп тә еткерҙе. Табут эсенә костюм-салбар кейҙереп, битен ап-аҡ итеп буяп, сикәләрен ҡыҙартып, сәсен ялтыратып уҡ һалғандар. Һәр ваҡыт ҡараһына ҡатып, тәмәкеһен быҫҡытып, эсеңкерәп йөрөгән ағайҙы бындай матур күренештә тәүгә күрәмдер. Ҡулдарын түшенә ҡаушыртып, өҫтөнә майшәм ултыртҡандар. Табутты, ултырғыстар теҙеп, ишек алдына ҡуйҙылар ҙа киттеләр. Хужабикә һаман юҡ, зыяраттан ер алыу проблемаһын яйлай. Мин мәйетте күрмәмешкә һалышып, ул яҡ тәҙрәгә ҡарамай ҙа йөрөнөм дә, бер ваҡыт нимә өсөндөр тышҡа барып сыҡһам – ни күрәйем – урыҫым ерҙә тәгәрәп ята! Ә эйәреп килгән этем ситтә ғәйепле ҡарап ултыра. Нишләргә был хәҙер? Сығып күрше-тирәне ҡарайым – бер әҙәм заты юҡ. Ахырҙа, кире урамға инеп, мәйетте табутына йыйып һалырға йөрьәт иттем. Кейҙергән костюмы ла, бахырҙың, ал яғында ғына икән, арт яғында ябай аҡ сепрәк... Әйләндерһәм... битендәге буяуы юйылған. Яҡшырап төбәлеп ҡарайым... Эт ялаған быны! Вәт нимәгә ымһынып үрелгән икән ул табутҡа, бының битен ниндәйҙер бик хуш еҫле май менән буяған булғандар. Үрелеп ялап тороп ҡолатып төшөргән инде... Хәҙер, бите ала-сола булып ҡалған, тәпәрләнгән мәйетте һөйрәп кире табутына һалып, табутын көскә ҡалҡытып ултырғыстарға ултыртып ҡуйҙым. Ҡулдарын да ипләп, майшәмен ҡаҙаным. Үҙем туҡтауһыҙ ҡабатлайым: “Прастите, Тимафей Петрович, прастите, пажалуста... Ой, прастите нас...”

Торараҡ хужабикә лә килде, бер-ике танышы пәйҙә булды, улар телмәр тотҡас, әлеге ерләү хеҙмәте килеп алып, ерләп тә ҡуйҙылар. Урыҫ оҙатылды ла, онотолдо, теге апай ярты йыл тигәндә икенсе ир эйәртеп алып ҡайтты. Ә минең күңелдә бер төйөр ҡалды. Һаман булһа ла шул хәл иҫемә төшһә: “Простите, Тимофей Петрович” тип әйтеп алам...

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: