+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Сентябрь 2021, 07:00

ПАРИКМАХЕР

Бер парикмахер өйрәнсек булып ҡына салон асҡан да, ҡала халҡын ҡабул итә башлаған. Беренсе көн уға сәскә һатыусы ингән. Парикмахер уның сәсен ҡырҡҡан да, теге аҡса һонғас, былай тип яуаплаған: – Мин һеҙҙән аҡса алмайым, әле өйрәнәм генә. Ныҡлап оҫтарып китһәм, түләрһегеҙ. Сәскә һатыусы бик шатланып, рәхмәттәр әйтеп сығып киткән. Иртәгеһе көн иртәнсәк эшенә килһә, парикмахер ни күрә – ишеге төбөндә бер кәрзин сәскәләр ҡаршы ала. Улар шул тиклем сағыу һәм матур икән, парикмахер көнө буйына илһамланып, дәртләнеп эшләгән. Икенсе көн салонға икмәк ешереүсе килеп ингән.

ПАРИКМАХЕР
ПАРИКМАХЕР

Сәс ҡырҡыусы уға: “Мин өйрәнсек кенә, әгәр шуға риза булһағыҙ – рәхим итегеҙ”, – тигән. Икмәк бешереүсе өйрәнсеккә ярҙам итәйем әле, тип ултырған да, аҙаҡ хеҙмәте менән ҡәнәғәт булып, аҡса сығарған. Парикмахер алмаған. Иртәнсәк ҡараһа, салоны янында бер кәрзин тәмле, йомшаҡ, хуш еҫле икмәк ултыра, ти.

Шул көнө парикмахерскийға һөт лавкаһы хужаһы килгән. Өйрәнсек уның сәсен дә ҡырҡып, аҡса алмаған. “Оҫтарғас түләрһегеҙ” тигән. Һәм иртәнсәген тупһаһында бер кәрзин һөт, ҡаймаҡ, эремсек һымаҡ һөт ризыҡтарын тапҡан.

Дүртенсе көн итсе, бишенсе көн туҡыма магазины хужаһы, алтынсы көн тағы кемдер килгән һәм һәр береһе өйрәнсекте әҙәплелеге, баҫалҡылығы өсөн ризаларға, мәрхәмәт менән яуап бирергә ынтылған.

Берҙән-бер көндө парикмахер салонына сенатор килеп ингән. Өйрәнсек уның да сәсен алған да, түләү кәрәкмәй, тигән. Сенатор ҡыуанып сығып киткән. Иртәгеһен эшкә килһә, уны ишек төбөндә сенаторҙың ҡатыны һәм өс балаһы көтөп тора икән. Барыһының да бушлай хеҙмәтләндерелгеһе килә.

Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ...

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: