+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Сентябрь 2021, 09:41

– ИРҘӘР ҒӘЙЕПЛЕМЕ?.. – ӘЛЛӘ ҠАТЫНДАРМЫ?.. Юмореска

Беҙҙең ауыл халҡы күрше ауылдарҙыҡынан бер яғы менән дә айырылмай. Кешеләрен әйтәм инде. Тырыштар, уңғандар, егәрлеләр. Шуға кәләште лә үҙҙәре һымаҡты һайларға тырышалар. Ә һайланыусыларға килгәндә инде, ундайҙар һәр төбәктә етерлек.             Бына, ауылыбыҙҙың беренсе егете Хәҙисте генә алайыҡ. Уға кем беренселекте биргән тиһегеҙме? Кем булһын, үҙе һәм әсәһе. Беҙҙең ауыл халҡы йомарт. Хәҙистең беренселеге хаҡында һүҙ сыҡҡас, ҡул ғына һелтәнеләр: алһын, тотонһон, файҙаланһын, мәнфәғәтен күрһен, тинеләр.             Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигән һымаҡ, беренсе сортлы егеткә, әгәр юғары сортлыһы эләкмәһә, иң кәмендә Хәҙистең үҙе һымағы кәрәк. Теләһә-кемде ҡосаҡлап ята алмай бит инде ул, үҙе һымаҡтарҙы ишәйтер өсөн ул ауылдың иң беренсе ҡыҙына өйләнергә бурыслы.

– ИРҘӘР ҒӘЙЕПЛЕМЕ?..  – ӘЛЛӘ ҠАТЫНДАРМЫ?.. Юмореска
– ИРҘӘР ҒӘЙЕПЛЕМЕ?.. – ӘЛЛӘ ҠАТЫНДАРМЫ?.. Юмореска

Әйтергә лә уңайһыҙ, Хәҙискә утыҙ тулып бара, ә ул һаман һайлана. Ҡыҙҙар тәүҙә уға күренең өсөн сират торҙолар. Хәҙис береһен дә мөрхәтһенмәне, һылтауын тапты, сәбәбен күрҙе – кире ҡайтарҙы.

            Баныуға өйләнер, тип көткәйнек, уныһы дәртләнеп китеп, туҡмасын эре ҡырҡҡан. Бешергән ите лә вағыраҡ булған, тоҙон да самаһыҙ тондорған. Туй тураһында һөйләшеп бөткәйнеләр бит.

            Артабан Гөлнисала туҡталды. Уныһы һыуҙан ҡайтҡанда сайпылтып түгеп бөтә яҙған икән. Ишек төбөнән үк күнәктәре менән кире борҙолар.

            Хәҙис, кәләштәрен яҡыныраҡ белер һәм өйрәнер өсөн, эшкә лә төшөп ҡараны. Тәүҙә һөтсөлөк фермаһында механик булып йөрөнө. Дөрөҫөрәге, тиреҫ таҙартты. Шунда һыйыр һауған унлап яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә Хәҙистең талабына ла, зауығына ла яуап бирә алманы. Иң ҙур дәлил – һөттө әҙ һауалар һәм планды үтәй алмайҙар. Һыйырҙарға һалам ғына ашатып, бер литр түгел, ун литр һөт һауып буламы ни? Уларға бит йылы ҡура, ҡатнаш аҙыҡ, һис юғы, он кәрәк. Хәҙис кәләш һайлай торғас, колхозы бөлөп ҡуйҙы. Ҡураларҙан емереклектәр генә ҡалды, һыйырҙарҙы иткә оҙаттылар, ә һауынсы ҡыҙҙар Хәҙисте көттөләр-көттөләр ҙә, эш эҙләп, ҡалаларға олаҡтылар.

            Ә Хәҙис һаман һайлана. Хәҙер тормош юлдашын эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар араһынан эҙләй. Кимәлдең юғары күтәрелеүен һиҙгән Хәҙис талаптарҙы шаҡтай юғары йүнәлтте.

– Бизнес-планың бармы?

– Һалымдарыңды нисек түләйһең?

– Былтыр күпме килем алдың?

            Бар уңғандар, егәрлеләр бизнеста. Ана, Хәмденисаны ғына алайыҡ. “Ауылдың олигархы” исемен юҡҡа күтәреп йөрөмәй. Өс-дүрт магазин, унлап һыйыр, биш гектар ер, иҫке булһа ла, “Беларус”, өр-яңы “жигули”! Быйыл һабантуй үткәрҙе. Үҙ иҫәбенә! Хәҙискә оҡшарға тырышып, ошондай сығымдарға барған, тинеләр. Хатта бер ҡолаҡҡа ятмаған номинацияла “мистер ауыл” исемен Хәҙискә биргән. Бер ҡат кейендергән, тинеләр. Юҡ, Хәҙискә ярап буламы ни? Исемгә ҡушып биргән ҡаймағы әсегәйне, тип баш тартҡан. Етмәһә, ошо хаҡта һөйләнеп йөрөгән. Ялыу яҙыу менән ҡурҡытҡан, тинеләр. Ә Хәмденисаның уға, нисек әйтергә, өмөтө бик ҙур ине: “Уф, ҡосағыма килеп кергән ерҙән, ысҡынды. Минең эшемә ирҙәр ҡулы етмәй бит. Лампочка бороп йөрөһә лә, ризалашыр инем. Булманы!” – тип түгелеп илаған.

            Ә Хәҙис һаман һайлана. Һайлана, тип хәҙер ауылда һайланырлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡалманы инде. Ҡалаларҙа эш бөткәйне, һауыт-һаба йыуырға, ятаҡтарҙа түшәк өләшергә, Себергә юлланалар хәҙер. Ай һайын, ҡайталар ҙа, эх, үҙебеҙҙә эш булһа, ошонда ғына йөрөр инек, кемгә булһа ла, кейәүгә сығыр инек, тип зарланышалар. Һирәк-мирәк Хәҙис менән ҡыҙыҡһыналар. Уныһы хәҙер бик һайланмай, тиҙәр. Ҡайҙан һайланһын, илегә етте бит инде. Был йәштә һайланыу түгел, бәхетле ҡартлыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Ана, ҡапҡа алдына Хәҙис бабай сыҡҡан да, үткән-һүткәнде мәтриләп ҡала һәм ауылдаштарына ҡушып, яҙмышын әрләй:

– Эх, ғүмер үтте! – тип зарлана ул. – Был ауылда тыуып, хата яһағанмын. Йүнлерәгенә һонолорға булған. Үәт, унда минең ҡәҙерҙе белерҙәр ине! Ә бында нимә? Туҡмас та ҡырҡа белмәйҙәр бит! Хәҙер йөрө инде, ник тыуҙым, тип үкенеп. Анау яҡҡа бер әбей үткәйне, кемдең ҡәйнәһе килгән икән? Килеп, күренеп китһен әле. Картуф сәскән булғайным, уныһы ла күмелмәгән. Бәлки иҙәнде йыуып сығарыр. Һыу килтерһә, әлбиттә.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: