+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СӘЙ ГЕНӘ ЭСӘМ

– Сәй генә эсәм, әллә нимәгә һимертә ул? – тип зарлана Хәнә әхирәтенә телефондан. Үҙе шул һөйләшеп йөрөгән арала өҫтәл йыйыштыра.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СӘЙ ГЕНӘ ЭСӘМ
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СӘЙ ГЕНӘ ЭСӘМ

. Ике балаһының да тәрилкәһендә кәтлиттәре ятып ҡалған, “ну, ошо балалар” тип уларын бер-бер артлы алып ҡапты. Һыныҡтарын да сүпкә ырғыта алмай бит инде, шулай уҡ ауыҙға оҙатты. Ире түңәрәкләп йомортҡа бешерткәйне, әллә ашағыһы, әллә әрсеп мәшәҡәтләнгеһе килмәгән – теймәгән. Улары ла иҫкерә һалып бара торған ризыҡ, ә тәләфләге килмәй, теләйһеңме-теләмәйеңме, таҙалап, һоғоноп ҡуйырға тура килә. Дүртәү бит әле ул! Ҡарыла-ҡарыла, саҡ үткәрҙе. Кәнфит һауытын да йыуып ҡуйырға ваҡыт, тышын бысратып бөткәндәр, тип, уның төбөндә етемһерәп ҡалған өс кәнфитте лә һурырға тура килде. Кәнфит тамаҡҡа һыҡып, сәй һораны. Һаман әхирәте менән һөйләшкән арала, сәйен эҫетеп алды ла, ҡоролай шөрпөлдәтмәҫ өсөн, бәлеш сығарҙы. Унан ҡапыл ауылдан килгән ҡаймаҡ иҫенә төшөп, алдына ултыртып алғайны, бәлеш менән бармай икән, икмәк теленде. Бәлеш – ҡаймаҡһыҙ, икмәк ҡаймаҡ менән китте. Сәйҙән һуң һыуытҡысҡа “ревизия” яһалып, ундағы ике төрлө салат ҡалдығы, ярты шешә һөт, өс картуф һәм бер киҫәк ҡарбуз өлөшө “урынлаштырылды”. Һәр хәлдә исрафланманы инде.

– Аптырайым, әллә ҡара сәйҙән йәшеленә күсеп ҡарарғамы икән?.. Һимерәм... Ысынында, тик сәйҙә генә йөрөйөм бына, сәйҙә генә...

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: