Артыҡ етдигә алманым да әйткәнен, әммә бер хәл был хәбәргә иғтибарымды кире ҡайтарҙы. Бер мәҙәниәт усағында ла яҙыу-һыҙыуҙа йөрөй инем, шундағы директорым һүҙ араһында әйтеп һалды:
– Бынауы, кем ағайҙы, берәй әбейгә индереп ебәрергә ине ул. Ҡарауһыҙ йөрөй, яңғыҙ.
– Кем ағайҙы? – тием.
– Плотникты беҙҙең. Әбей табып бирегеҙ, тип башты ғына ҡатыра.
– Ҡарағыҙ әле, миндә лә бер әбей иптәшкә бабай һорай ине, – тип әйт тә һал.
– Давай, таныштырайыҡ әле! – директорым, ихлас, шаян кеше, дәртәнде лә китте.
Икенсе көн үк, бабайҙы хужа машинаһына ултыртып алып, күстәнәстәр тейәп, яусыларға киттек. Әбейҙең ихатаһына килеп ингәйнек, директорымдың һушы китте:
– Ҡайһылай тәртип! Вәт, таҙалыҡ! Был апай шәп апай, тимәк!
Ә “кейәү” үҙенең оҫта икәнлеген белдереп килә:
– Ҡапҡаһы шығырлай... тупһаһы ҡыйшаған икән...
Өйҙә апай (инәй инде, әбей), тәмле итеп нимәлер бешергән. Инеп күрештек, таныштыҡ. Өҫтәл ултырттыҡ. Тап төш мәле. Бер аҙ көсөргәнешлек тыуғандай булғайны, директор водителенән коньяк индертте. Халыҡ аҙыраҡ терелеп китте, теле асылды. Күңелле генә ултырабыҙ. Директор бабайҙы маҡтай, мин – инәйҙе... Аҙаҡ миңә директор әйтеп ҡуйҙы:
– Держи под контролем. Оҙаҡҡа һуҙма. Ҡартты күсереүгә машина бирермен.
Артабан быларҙың мөнәсәбәте өсөн яуаплы булып ҡалдым хәҙер. Инәйгә шылтыратһам, был нимә ти:
– Ҡулдары ҡалтырап ултыра бабайыңдың... Ул нисек эш эшләр икән һуң?
– Бәтәс... плотник та һаң ул, бында вис ағас эшен шул башҡара.
Бабайға шылтыратһам:
– Инәйең аяғын саҡ һөйрәп йөрөй икән...
– Операциянан һуң шулайыраҡ аҙыраҡ. Ә былай вис эшләй ул... Донъяһын үҙегеҙ күрҙегеҙ бит?
Инәйгә шылтыратам:
– Йә, нимә уйланығыҙ?
– Ул ир ныҡ эскән икән ул элек...
– Һуң, эскәндер... Ун йылдан ашыу эсмәйем инде, тине бит.
Бабайға шылтыратам:
– Өс тапҡыр ирҙә булған икән...
– Атаҡ! Һеҙгә ҡыҙ кәрәк инеме ни? Ул ирҙәре дауна ҡәберҙә серегән инде.
Инәйгә шылтыратам:
– Ныҡ йөрөмтәл булған икән йәш сағында. Белгән кешеләрҙән һораштым әле.
– Апай! Һиңә уның йәш сағы нимәгә? Иптәш кәрәк тинең бит.
– Ныҡ таушалған шул...
Бабай шылтыратам:
– Йәшем шунса тиһә лә, ҡарт күренә әле ул. Йәшерәк, күркәмерәк берәйһе булмаҫмы икән?
– ....!
Директор минән һөҙөмтә талап итә:
– Йә, ҡасан күсерәбеҙ ағайҙы?
– Балмаҫтыр инде. Уға – әбей, быға бабай кәрәкмәй.
– Нисек?
– Ну-у... береһенә егет, икенсеһенә ҡыҙ кәрәк.
– Дә-ә... как-так? Уңманың атыу, яусы була алманың. Шелтә һиңә.