– Һауҙым инде... Елене ташып, баҡырып килә ине.
Бер көн ҡабатлана был хәл, икенсе көн, унан тағы күпмелер көн дә шулай бара... Һыйыр һауып алынған, һөт юҡ. Теге ҡатындың яуап һаман шул икән:
– Һауҙым инде...
Малды икенсе өйгә өйрәтә алмай аҙапланалар. Ахырҙа, яңы хужабикәнең түҙеме бөтөп, элеккеһенә ябырыла:
– Ай буйына минең һыйырҙы һауаһың. Һаума, ҡыу ҙа сығар!
Тегенеһе шунда әйтеп һалған, ти:
– Тағы берәй аҙна ғына йөрөһә, бакта майым тула инде. Унан ҡыуа башлармын.