-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Октябрь 2021, 20:02

ИТ АШАМАЙЫМ

Шамил бер көн әсәһенә ҡайтып иғлан итте: – Мин башҡаса ит ашамайым! – Нисек инде, ит ашамайым? – оло кәстрүлдә һурпаһы ҡайнап, табала кәтлиттәре сыжлап, мейестә ҙур бәлеше алланып килгән Гөлбикәнең башына был хәбәр бер нисек тә һыймай ине.

ИТ АШАМАЙЫМ
ИТ АШАМАЙЫМ

– Шулай, – тине эре генә улы. –  Мин бер ҡыҙ менән таныштым. Ул ит ашамай – вегетарианка. Дөрөҫ йәшәй белә,  мине лә өйрәтә. Кеше ит ашарға тейеш түгел. Был тормошҡа ҡаршы... и һәм – все... ит ашамайым, ит аша тигәнде онот и вообще... бешермә лә.

– Ярай, – тине әсәһе, – ашамаҫһың.

Шунан алып Шамил ит ашамай. Кишер кимерә, кәбеҫтә кертелдәтә, картуф, емеш-еләк, сәтләүектәр, һуттар...

...Бер көн төшөндә үҙен бесәй итеп күрҙе. Сысҡан уйнатып йөрөнө-йөрөнө лә... шатырлатып кимереп ашай башламаһынмы?... Йүгереп барып ауыҙын сайҙы... Әйтерһең, ысынлап сысҡан йотҡан...

Өнөндә лә аңлашылмаған нәмәләр була сыҡты. Транспортта китеп барғанда алдында һимеҙерәк кешеләр ултырһа, бында нисә кило ит бар икән, тип уйлай башлай. Хатта урамдағы ҡатын-ҡыҙҙың да нәҙек-нескәләрен түгел, ә тулыраҡтары, йыуаныраҡтарында ҡарашын туҡтата. Ә инде “Хайуандар донъяһы” тапшырыуын бөтөнләй ҡарай алмай хәҙер, ундағы ҡырағай йәнлектәрҙең ит мөнйөүе үҙәгенә үтә.

...Төшөндә ул арыҫлан, имеш... Бер зебраны ҡыуып бара... Бына, ҡыуып етте... Тамаҡланы! Татлы иткә тештәрен батырғайны ғына...

– Был ни хәл? Иҫәрләндеңме әллә?

Уянып китһә... һыуытҡыс төбөндә сей тауыҡ бото тотоп тора. Ҡаршыһында әсәһе тора бөйөрҙәренә таянып.

– Шунан, ит ашамайһыңмы? – ти Гөлбикә улына.

– Ашайым, әсәй, ашайым... Бешер әле миңә һурпа... кәтлит... бишбармаҡ... ит... Күп итеп ит!

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас в