-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Октябрь 2021, 10:41

ТӘРБИӘЛЕ КЕШЕ

Камилды ҡатыны тәрбиәләпме-тәрбиәләй: – Ашты маҡтап ашарға кәрәк. Ни өсөн бер тауышһыҙ тығынып тик ултыраһың? Тәрбиәле кеше өндәшмәй ҡалмай. – Ашағас тәмлелер инде, – тип ҡарай, тик ҡатынға был ғына аҙ.

ТӘРБИӘЛЕ КЕШЕ
ТӘРБИӘЛЕ КЕШЕ

– Мин һиңә ашарға бешереп торам, ә һин “шап-шоп” ашай ҙа тороп китәһең. Маҡта, һоҡлан, тап йылы һүҙ. Өндәшмәй ашама! Әйт, тәмлеме, тәмһеҙме?

– Тәмле!

– Вәт, шулай!

Икенсе көн Камилға алдына ултыртылған аҙыҡ оҡшаманы. Беренсенән, ул һуғанлыны ашамай, икенсенән быҡтырылған балыҡ та яратмай. Был хаҡта әйтергә тип ауыҙын асҡайны ғына, ҡатыны өҙә һуҡты:

– Ашты өндәшмәй ашайҙар! Оҡшаһа ла, оҡшамаһа ла, өҫтәл артында алдындағы тамаҡты тикшереп ултырмай тәрбиәле кеше. Шым ғына аша.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: