Айҙарҙың интернетта ҡыҙ-ҡырҡын менән туҡтауһыҙ яҙышып ултырғанын белгәс, матур бер ҡыҙҙың фотоһын ҡуйып бит асып ала ла дуҫына “дуҫлыҡ” тәҡдим итә. Бына китә яҙышыу! Оҙаҡҡа һуҙмай ҡунаҡҡа килергә йыйына “ҡыҙ”. Бына бер ваҡыт Айҙарҙың, ҡулынан ысҡындырмаған телефонын атып бәреп, дөбөр-шатыр килеп бүлмә йыйыштырырға тотонғанын кинәнеп күҙәтеп ултыра Самат. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пасуда йыуыла, кейемдәр йыйыла, иҙән ялтырай. Хатта егет магазинға сығып килеп, ниндәйҙер хәйләһеҙ генә бер яңы аш бешереп ҡуя. Шулай итеп, дуҫтар таҙа бүлмәлә, тәмле өҫтәл артында ултырып ашай киске ашты.
Был хәл бик йыш ҡабатланмаһа ла, Айҙарға һабаҡ уҡытырға кәрәктә булғылап ҡуя.