+21 °С
Дождь
Мәҙәктәр
13 Октября 2021, 04:56

ИР МЕНӘН ҠАТЫН

Зөбәйҙә менән Абдрахмандың өйөндә әпәт бола ҡупты. Нимәнән башланғанын ҡапыл ғына әйтеп булмаҫ, әммә ғауға ҡысҡырышып талашыу менән генә бөтмәйсә, тәҙрәләр онталыуға, урамда баҫтырышыуға һәм күрше-тирә йүгерешеп килешеүгә барып етте. Күршеләрҙең бер яҡтағылары килә һалып ярһыған ирҙең ҡулынан шаҡарып ниндәйҙер ҡоралды алды, икенсе яҡтағылары айырылып китергә йыйынған ҡатынды туҡтатты.

ИР МЕНӘН ҠАТЫНИР МЕНӘН ҠАТЫН
ИР МЕНӘН ҠАТЫН

– Абдрахман ағай, ҡалай насар кешеһең, ҡатын менән һуғышаһың! – тип оялтты ирҙе бер яҡ.

Икенсе яҡ ҡатынды шелтәләне:

– Зөбәйҙә, һуң һин ни эшләп улай иргә ҡаршы тораһың?

– Абдрахман менән йәшәп ҡарағыҙ үҙегеҙ, туҡмалып ултырғығыҙ килер ине микән? – тип, һүҙен бирмәй теге күрше.

– Зөбәйҙә үҙе лә тик тормай ул, уның телен мин ишетеп йөрөйөм, – был яҡ күрше лә бирешмәй.

– Абдрахмандың эт ялҡауы икәнен беҙ ҙә күреп торабыҙ был яҡтан, һәр саҡ Зөбәйҙә йөрөй мал араһында ла, баҡсала ла.

– Абдрахман зату аҡса эшләй! Ул тапҡан малды һин тапһаң, хан һымаҡ ятыр инең әле!

– Зөбәйҙәнең....

– Абдрахманды...

– Зө..

Янъял баҫырға килгән ике яҡ күршеләр тасма-тас иреште лә китте, хатта хужаларға уларҙың үҙҙәрен тоторға, ике яҡҡа этәреп тигәндәй таратып сығырға тура килде. Кискә Зөбәйҙә менән Абдрахман ярашып, ҡосаҡлашып йоҡларға ятты, ә ике яҡ күршеләре инде айҙан ашыу дошманлашып йөрөй.

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас