+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Октябрь 2021, 11:00

Миләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР

Ишек төбөндә ултырған аяҡ кейемдәренең ике пары ғына минеке, ә ҡалған туҡһан туғыҙы – ҡатынымдыҡы. Минең бер йәйге сандали ҙа ҡышҡы ботинка. Өйҙә кейгән тәпишкәмде һанамағанда. Ҡатынымдың аяҡ кейемәре: туфлийҙары, итектәре, итекбаштары, босоножкилары, балеткалары, ботфорттары, уггилары, ботильондары, дербилары, джекбутилары, кроссовкилары, мокасиндары, челсилары һәм башҡалары – һанһыҙ. Һәм был аяҡ һауыттарының оло ғәскәре һаман да артыуын дауам итә.

Миләүшә Ҡаһарманова  ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР
Миләүшә Ҡаһарманова ИТЕК-СИТЕК-ТУФЛИҘАР

 

Үткәндә, аҙыҡ-түлек артынан сығып ингән арала, туфлиҙар тотоп ҡайтҡан.

--Ҡәҙерлем, бындай аяҡ кейеме бер ерҙә лә юҡ, донъяла берәү генә, әгәр хәҙер алмаһам, мин уны башҡаса бер ваҡытта ла таба алмаясаҡмын, -- тип тора, күҙҙәрен мөлдөрәтеп.

Ҡарайым... ғәҙәти туфлиҙар, ҙур ғына ла һымаҡ күренәләр. Ынтылып табанына күҙ һалам:

--Бәй... размеры ла һинеке түгел бит?

--Булмаһын! За то бындай бер әхирәтемдә лә юҡ, мин уны уларға күрһәтеп кенә лә тәҡәттәрен ҡоротасаҡмын.

--Ә нисек кейәрһең икән?

--Һәр ҡатын-ҡыҙҙың ултыртып ҡуя торған бер пар туфлийы булырға тейеш, -- тип ауыҙымды яба был хәҙер.

--Кем әйтә?

--Кем әйткәне мөһим түгел, һәр хәлдә бик аҡыллы кеше әйткән.

Ярай, ултырһа ултыра инде, быға тиклем ултырғандары ла ниндәйҙер юл менән килеп ингән бит инде.

Тағы ла бер-нисә көндән үксәле табанға ике-өс еп кенә сырмалған бер нәмә сығара сумкаһынан һәм шуларҙы “суп” иттереп үбеп тороп өҫтәлгә ҡуя:

--Был һиңә ҡытай-мытай түгел. Был – фирма!

Ундай фирмаларҙа инде буталып бөткәс, өндәшмәйем.

-- Сисмәйсә ғүмер буйына кейергә була.

Инде сабырлығым етмәй:

--Көн дә бер пар аяҡ кейемеңде кейгәндә лә тотош ғүмер етмәҫ. Мин һәр хәлдә ул хәтлем йәшәй алмаҫмын.

Ҡатынымдың иҫе китмәй:

--Һиңә түгел бит.

Унан бер мәл, икәүләшеп сауҙа үҙәгенә килгәйнек, был аяҡ кейеме бүлегенә инде лә батты. Асылда беҙ мунсаға кәрәк-яраҡ әйберҙәр кәрәк тип кенә сыҡҡайныҡ. Артынан эҙләп барып тапһам, тора был беҙ үксәле итекбаштарға текәлеп. Хатта янына килеп баҫҡанды ла аңғармай. Еңенән тартһам да ыжламай. Арбалған. Сихырланған.

--Әйҙә, -- тим, -- ҡайттыҡ.

Был йоҡонан уянып киткәндәй булып миңә аңшайып ҡараны ла, яуаплай:

--Көтөп тор... ҡарап туяйым...

--Күпме ҡараһаң да шул бер итек, -- тим дә, хаҡына күҙ һалһа-ам... – Алтын ялатылғандыр, шай...

Алып ҡайтыуға ҡайттым ҡатынды, тик кәүҙәһен генә, йәне уның шунда, баяғы беҙүксәләр янында тороп ҡалды булды. Фатирға инде лә йығылды, шул ҡолауҙан ял буйына тик ятты. Һөйләшмәне, ашаманы, телефонын да тотманы. Ахырҙа, мин теге итектәрҙе алып ҡайтмайынса артабан был өйҙә был ҡатын менән йәшәп булмаҫын аңланым. Бер яҡтан, итек менән ҡатынды сағыштырып буламы инде? Шундай фекергә киләм дә (инде нисәнсе тапҡырҙыр), картамды һуҙам:

--Мә... Барып ал.

Ауырыуы ҡул менән һыпырып алынғандай булған бисәкәй, бер аяғы бында, икенсеһе тегендә була һалып, барып та килде. Ҡупшы итекбаштар көҙҙө көтөп түргә менеп ултырҙы.

Ә теге көн ул “донъяла берәү генә” тигән туфлийҙарын тағы ла бер пар тотоп ҡайтҡан.

--Һин бит башҡаса бындай юҡ, тигәйнең, -- тим, аптырап.

--Һуң, тегеләре бит ике размерға ҙур ине, быныһы - минеке. Туфлийҙар ҡарап ултырыу өсөн генә түгел дә инде. Үлсәме тура килгәс алдым инде, юғиһә әхирәттәр “нишләп кеймәйһең” ти ҙә һорайҙар -- ти, һөйөклөм, күҙҙәрен дә йоммайынса.

Былар һуңғы бер-нисә парҙың ғына тарихы. Ә ундай тарихтар беҙҙә бихисап. Ҡыҫҡаһы, өйҙә нисә пар аяҡ кейеме булһа - шунса. Ҡунаҡҡа, кафеға, эшкә, офисҡа, ауылға, туйға, концертҡа, тыуған көнгә, күҙ ҡыҙҙырырға, маҡтанырға, йәш күренергә, шәп йөрөргә, таймаҫҡа, ямғырға, ямғырҙан һуңға һәм бәлки ямғыр яумаҫ тигән осраҡтарға ла тәғәйенләнгән итек-ситек-тәпишкәләр шкафтар тулып ята. Шкафҡа һыймағандары балконда, балкондан артҡандары йоҡо бүлмәһендә. Ҡайҙа ҡараһаң да аяҡ кейеме – күңелде, күҙҙе, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе йылытып тора.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: