Шулай итеп, ошо һамаҡ менән ул уйында ҡатнашыусы бөтә балаларға ла мөрәжәғәт итеп сыға. Уның бурысы, тап үрҙәге һамаҡта телгә алынған шарттарҙы боҙҙороп, балаларҙан "ыъы", "эйе", "аҡ", "ҡара" тигән һүҙҙәрҙе әйттереүгә тырышыуға ҡайтып ҡала ла инде. Шул һүҙҙәрҙе әйткән кеше уйындан төшөп ҡала бара. Ҡарамаҡҡа ябай ғына булып тойолһа ла, уйнай башлаһаң, нисек итеп уйындан сығып киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Сөнки беҙ бит ул 100 һум (!) аҡсаға эйә булыу түгел, уны тотоп та ҡарағаныбыҙ юҡ та баһа?! Шундай форсат тыуған саҡта, нисек итеп уйындың шартын уйлап тормаҡ кәрәк?! Тотош 100 һум бит, 100 һум?! (!!!) Күҙҙәр алара, үҙең йыш-йыш тын алып, нимә алырыңды барлайһың! Ә алғы (дөрөҫөрәге, алдырғы) килгән, күҙ ҡыҙып йөрөгән нәмәләр шул тиклем күп икән дә баһа?.. Әммә алмаясаҡтар бит инде уларҙы, һинән өлкәнерәктәр күп әле... Каруче, һоп! Уйындан төшөп ҡалдың, эх?!..
Уйыны уйын да ул... Ә һеҙ нимә алыр инегеҙ? Хәҙерге аҡса менән, тием дә?..
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА