«Скотина Фәнис»
Хеҙмәттәшем берәүҙән Фәнис исемле мал ҡараусының телефон һандарын һорап, смс-хәбәр ебәрә. «Скотник Фәнистең номеры кәрәк ине» тигән тексты теге Т9 скотник һүҙен икенсе төрлө итеп төҙәтә һәм смс-хәбәр «Скотина Фәнистең номеры кәрәк ине» тип китә.
«Петр Палач»
Был мәҙәк хәл дә танышым менән була. Уға ла Петр Павлович тигән кешенең номеры кәрәк була. «Петр Павловичтың телефонын яҙып һал әле» тигән смс-хәбәрҙәге исем-шәриф әлеге шул Т9 арҡаһында Петр Палачҡа әйләнеп ҡуя.
«Александровичтан ҡайтып киләм»
Александровҡа ауылынан ҡайтып килгән әхирәтем иренә үҙенең ҡайҙа йөрөгәнен белдерергә теләп, ватсап аша смс яҙып һала. «Александровканан ҡайтып киләм» тексын заманса Т9 технологияһы «Александровичтан ҡайтып киләм» тип төҙәтә. Әхирәтем юлда ашығып ҡына яҙылған хәбәрен ҡабат уҡып тормай, өйөнә ҡайтҡас ҡына күреп ҡала. Ярай ҙа әле ире бер һүҙ ҙә өндәшмәй, йәрең көнсөл кеше булһа, бәләһенән баш-аяҡ бит әй! Үҫешкән технология сәбәпле яңғыҙ ҡалыуың да бар...
«Коза ни хәлдә?»
Берәү ҡоҙаларының хәлен белмәк булып уларға телефондан смс-хәбәр юллай. Донъя хәбәрҙәрен теҙеп яҙып бөтә лә, иң аҙаҡтан «Коза ни хәлдә?» тип ҡуя. Теге ҡоҙаның асыуы килә лә, «Хәлем яҡшы әле, баран» тигән яуап ебәрә. Быныһы инде телефонда башҡортса шрифт булмау бәләһе.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.