+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Октябрь 2021, 22:00

УҢМАҒАН УҢҒАН

Бригадаға яңы трактор ҡайтҡас, Харистың йоҡоһо йоҡо булманы. Һәр төндө, кеше аяғы баҫылғас, буяуы ла кибеп бөтмәгән тракторҙың төрлө өлөштәрен һүтеп алды ла урынына үҙ тракторының шалтырап бөткән тимерҙәрен борғолап ҡуйҙы. Иренмәне Харис, иҫке деталдәрҙе яңы буяуға ла буяны. Кәрәк еренә май һөрттө. Иҫкене яңынан айырып алырмын тимә.

УҢМАҒАН УҢҒАН
УҢМАҒАН УҢҒАН

Шулай итеп, Харис аҙна-ун көн тәмле төштәрен күрмәһә күрмәне, үҙенең илай-илай ғына эшләп йөрөгән тракторын йырлатып ебәрҙе. Хәҙер инде емертеп эшләп йөрөй. Бер көн бригадир ҙа маҡтап торҙо үҙен.

— Ҡулың алтын икән, парин. Юҡҡа сыҡҡан техниканы аяҡҡа баҫтырҙың бит. Яңыға алыштырғыһыҙ. Двигателенең тауышын ғына тыңла һин уның, талға баҫып һандуғас һайраймы ни! Вәт эшләй. Тфү, күҙ теймәһен. Тракторҙың көлөн ашаған кеше икәнһең. Әйҙә, йәштәрҙе лә эшеңдең серҙәренә төшөндөр. Гайканың уңғамы, һулғамы боролғанын белмәүселәр ҙә бар бит араларында. Тракторға ултыртмаҫ инең үҙҙәрен — кеше етмәй, — тип, хатта уға бер өйрәнсек тә беркетеп ҡуйҙы.

Яңы трактор хужаһы булмағанлыҡтан машина паркының бер мөйөшөндә буяуын ҡояшҡа йылҡылдатып торған арала Харистың тышы иҫке, эсе яңы тракторы, көндө төнгә ялғап эшләй торғас, колхоз буйынса беренсе урынға килеп тә сыҡты. Быға тиклем ярыш бюллетенендә ҡойроҡ булып йөрөгән Харистың уңышына етәкселәр ҙә шатланып бөтә алманы. Булдыра ала бит был! Эшләһә ҡулынан килә икән. Артабан үҫтерергә, күңелен дәртләндерергә, елкендерергә кәрәк йоҡоһоҙ егетте. Маяҡ буласаҡ ул. Бөтә хужалыҡҡа. Республикаға. Хатта илгә. Ундай кешегә бер нәмә лә йәл түгел.

Көндәрҙән бер көндө колхоз идараһы ҡарары менән бригадир Харисҡа яңы тракторҙың асҡысын тотторҙо.

— Мә, ҡустым, игелеген күр. Гүзәл хеҙмәт емештәрең менән тағы ла шатландыр беҙҙе. Колхоз һиңә иң ҡеүәтле, иң яңы техникаһын ышанып тапшыра. Уңыш теләйбеҙ! Ә иҫке шалтырауыҡ тракторыңда ярҙамсың эшләр. Өйрәнгәндә ярай ул.

Харис был тәҡдимгә теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо. Тик хужа кешеләрҙең бер әйткән һүҙҙәрен кире ала торған ғәҙәте юҡ шул. Нишләһен, ултырҙы, ныҡ ултырыу менән ултырҙы Харис.

Автор:Ғәли ҒАТАУЛЛИН.
Читайте нас: