+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Октябрь 2021, 11:08

УН ДҮРТЕНСЕ КҮБӘ ҠАЙҘА?

Ҡәйнәм һөйләгәндән хәтерҙә ҡалған. Имеш, элек бер ҡарт әбейен бесәнгә ебәргән дә, үҙе кискә генә барып тегенең эшен тикшермәксе булған. Бахыр әбей, бесәнде бер үҙе әйләндереп, йыйып, ахмалға төшөп, йәмғеһе ун өс күбә күбәләй алған.

УН ДҮРТЕНСЕ КҮБӘ ҠАЙҘА?
УН ДҮРТЕНСЕ КҮБӘ ҠАЙҘА?

Бабайы килгәс, үҙенең эшенә маҡтанып та алған: “Күрҙеңме, бабай, был әбейең ун дүрт күбә күбәләне”, – ти икән.
Бабай ҙа һүҙгә генә ышанғандарҙан түгел икән, күбәләрҙе һанап сыҡҡан да: “Нимә юҡты һөйләйһең , әбей, бында бит ун өс кенә күбә,  ун дүртенсеһе ҡайҙа?” – ти икән.
Бесәнсе әбей ҙә яуапһыҙ ҡалмаған:” Атаҡ-атаҡ, ни эшләп ун өс булһын, берәүһе күбәнең эсендә”,  – тигән еллерәк күбәгә төртөп күрһәтеп...
Бесәндә беҙҙә күбәләр, кәбәндәр еллерәк булһа, иҫәбен арттырып әйтеп, береһе икенсеһенең эсендә, тиҙәр.

 

Автор:Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: