-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Октябрь 2021, 16:13

ҺЫҒЫМТА

Бер ир яр ситендә ағас ҡырҡып йөрөгәндә, балтаһы күлгә төшөп киткән. Был хәҙер ҡайғыға ҡалған, утынды һатырға һәм өйгә аҙыҡ алып ҡайтырға тейеш булған ул. Шул ваҡыт Һыу эйәһе уның зарын ишетеп ҡалған да һыу төбөнән алтын балта алып сыҡҡан.– Юҡ, был минеке түгел, — тигән утынсы. Икенсе юлы көмөш балта һонған Һыу эйәһе.

ҺЫҒЫМТА
ҺЫҒЫМТА

– Был да түгел, — тигән тағы ла ир.
Өсөнсөһөндә ябай балтаны сумып алған да әйткән, ти, Һыу эйәһе:
– Һин бик намыҫлы кеше, шуның өсөн балталарҙың өсөһөн дә бүләк итәм.
Хәҙер ир ҡайтып, балталарҙы һатып байып, хәлле генә көн итә башлаған. Шунан, бер мәл, улар ҡатыны менән әлеге күлдә кәмәлә йөҙөп йөрөгәндәр ҙә, уйламағанда ел сығып, кәмәләре түңкәрелгән. Ир ҡатынын ҡотҡарып өлгөрмәгән, уныһы һыу төбөнә киткән. Үкһеп илап ултырһа, теге Һыу эйәһе килеп сыҡҡан.
– Ҡайғырма, хәҙер мин һиңә ҡатыныңды сығарып бирәм, — тигән дә, күлдән иҫ киткес һылыу йәш ҡыҙҙы күтәреп сыҡҡан:
– Һинекеме?
– Эйе-эйе! Минеке! – тип ҡысҡырып ебәргән ир.
– Ай-һай... алданың бит, боҙолғанһың, һинең ҡатының был түгел ине, — тигән уға асыуланып Һыу эйәһе.
Шул ваҡыт ир бер минут ҡына уйлап торған да  әйткән:
– Хөрмәтле Һыу эйәһе, теге юлы мин дөрөҫөн әйткәндә, һин миңә өс балтаны ла бирҙең. Хәҙер әгәр миңә өс ҡатын биреп ҡуйһаң, мин уларҙы ҡайһылайтып аҫырарға, ҡайҙа йәшәтергә тейеш булыр инем? Шуны ғына уйланым, — тигән.


😀Һығымта: Ирҙәр алдаһа алдай белә шул! 😀

Автор:Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: