-1 °С
Болотло
Бер мәл Борис ағай тегене нисектер уҙа ла юлға арҡыры тора. Әлбиттә, машина уны төкөмәй, туҡтай.
Милиция полковнигы ҡулына лом ала ла (үҙе менән ниңә йөрөткәндер – уныһын әйтә алмайым) башта машинаның уң көҙгөһөн бәреп төшөрә, шунан һулын. Аҙаҡ танытмаһын күрһәтә. “Ҡарамағас, һиңә көҙгөләр бысағымамы ни?!” – ти ҙә ҡуҙғалып китә.
Дүрт йыл элек ҡала хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһендә уның янына – хәҙер инде генерал янына – олпат ир, бизнесмен килә. Ул теге егет – йөк машинаһының шоферы булып сыға. Рәхмәт әйтә, ул саҡта миндә нәмәлер тамырынан үҙгәрҙе, аҡылға ултырҙым, өйләндем, эшем уң бара, ти.
Юл бирергә теләмәүселәрҙе тормош бына шулай өйрәтә.