-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
27 Октябрь 2021, 09:53

ҺАРАЙЫНА ЙЫЛ БУЙЫ ИНМӘГӘНДЕР...

Бер ҡатын үгеҙен көйҙөрттөрмәк булып, ире өйҙә булмағас, йомошон еҙнәһенә әйтә. Уныһы, ветеринарҙарҙы эйәртеп, тегенең һарайына бара ла, ҡарап сығып, бер һыйыр менән бер тананан башҡа мал тапмағас, балдыҙына шылтырата: - Балдыҙ, үгеҙең юҡ та ул.

ҺАРАЙЫНА ЙЫЛ БУЙЫ ИНМӘГӘНДЕР...
ҺАРАЙЫНА ЙЫЛ БУЙЫ ИНМӘГӘНДЕР...

- Нисек булмаһын, иртән генә шунда тора ине.
- Әлләсе, сығып ҡасмаһа, ней... Һинең малдарың нисәү һуң һарайҙа?
- Бер һыйыр ҙа  бер үгеҙ инде шул, һәйбәтерәк ҡарағыҙ...
Һарайҙа йәмғеһе ике баш ҡына мал барына инде хужабикә ауыҙынан раҫлама алғас, еҙнәй кеше һыны ҡатып көлә башлай, уға аптыранған ветеринарҙар ҙа ҡушыла:
– Һарайына бер йыл буйы инмәгәндер был бисә...тиҙәр.
Бер йыл буйына һауып эскән һыйырының быҙауы орғасы икәнен малы инде тана булып еткәнендә лә белмәгән кешеләр ҙә була икән.

Автор:Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: