+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Октябрь 2021, 13:55

СИБӘР ИР КӘРӘК!

Рәхимәгә әхирәт әбейҙәре һорауҙар яуҙырҙы. – Эшләнеме? – Яһанымы? – Нисек яһай? – Ауыр түгелме? – Сисендерәме? – Ятҡырып яһаймы? – Торған көйө эшләй ҙә ҡуямы әллә? – Эргәһендә башҡа кеше юҡмы? Бер үҙе генәме ни? Бот-моттан матҡып тотошоп торорға ярҙамлашыр кешеһе барҙыр, тиһәм әле.

СИБӘР ИР КӘРӘК!
СИБӘР ИР КӘРӘК!

– Оят түгелме? Мин оялам бит әле...
– Минең ни, ирҙәр ҡағылһа, ҡытығым килә килеп тороп... Көлөп алам да китәм.
– Кит артабан! Ҡытығың һаман бөтмәгән, штоле?
Әбейҙәрҙең иғтибары Ишбикәгә йүнәлгәс, Рәхимә быларға өндәште:
– Йә, кемегеҙ инә? Следуйешшей, – тине.
– Ы-ыста-а... Арымағанмы ни? Әҙерәк ял да итеп алмаймы? Ҡана, мин инәйем әләйгәс. Сираттан ҡалғансы, үләттән ҡал, тигән боронғолар.
Аһылбикә әбей артынан ишек ябылғас, Рәхимә баяғы һорауҙарға яуап бирә башланы.
– Сисендерә инде, кәнишнә! Кейем аша яһатып буламы ни? Башығыҙ булһа, быға ғына етәлер, моғайын. Бер үҙе. Ыздарауай ир. Тотошоп торорға ярҙамсыһы юҡ. Ятҡырып та яһай – теләгегеҙ буйынса, ти. Мин аяғөҫтө көйө генә эшләттем. Ауыр түгел, бырама еңе-ел генә. Түлкә тиҙ генә бөтөрә лә ҡуя икән. Унда инһәң, оят онотола, әй... Ҡытығым минеке лә булған икән – һалҡын ғына, шыма ғына ҡулдары тейеп киткәйне, эсемдең әллә ҡайһы ерҙәре зымбы-ыр итеп ҡалды...Тора бирәйем әле был сибәр ирҙең янында, тиһәм, следуйешшей керһен, тип, арҡамдан һөйөп сығарып ебәрҙе. Ике аҙнанан тағы киләм, ти. Мин ҡайтып самауыр яңырта торам, сәй эсеп алырбыҙ
– Следүйешшей!
Аһылбикәнең был һүҙен ишетеү менән, өйөнән алып килгән тәпешкәләрен аяҡтарына эләктерә һалып, һонтор Зилә медпункт ишегенән эскә зыйт итеп инеп тә китте. Хәлисә менән Нәзифә сират көтөп ҡалдылар.
Ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтһендәр, тиһәләр, әбейҙәргә райондан сибәр ир табиптарҙы ебәрһендәр!

Автор:Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: