+15 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Октябрь 2021, 11:49

ӘЛМОРОНО ТӘМЛЕ ШУЛ!

Эсвит, йәғни электр уты булмаған йәки тәүлектең айырым сәғәттәрендә генә тоҡанған совет осоронда була был хәл. Ул мәлдә хәҙерге кеүек суррогат араҡы эсмәйҙәр, бөтәһе лә тиерлек бал ҡоя.

ӘЛМОРОНО ТӘМЛЕ ШУЛ!
ӘЛМОРОНО ТӘМЛЕ ШУЛ!

Бер инәй бал ҡоя ла ауылдың бер нисә эсергә яратҡан ир-атын эшкә ҡуша. Кисләтеп кенә тегеләр эштәрен тамамлап, тамаҡ ашап, бал менән һыныҡ яҙырға тип инәләр. Ут юҡ, шәм яҡтыһында урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй сүгәләйҙәр. Инәй тегеләргә бал ҡойоп бирә. Балдың эсенә тараҡандар төшкән була. Әбей уларҙы күрмәй ҙә. Теге эшселәр: “ Уй-й, инәй, ҡалай балың тәмле, әллә әлморон һалыптырып ҡойғанһың”, – тип маҡтап-маҡтап эсәләр.
Уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙан ҡурҡып, әбей өндәшмәй ҙә ҡуя. Тегеләр “әлморон”дарҙы һурып-һурып, “емешенең тышы”н кире устарына төкөрөп, рәхәтләнеп көрөшкә артынан көрөшкәне ебәрә генә икән...
Иртән яҡтырғас, инәй фләген асып ҡарай ҙа иҫе китә – фләг эсе тулы эстәре күпсеп ятҡан тараҡандар икән.
Әлбиттә, тегеләргә өндәшмәй, яҡындарына һуңынан ғына һөйләй. Берәй ризыҡҡа тараҡан төшһә, әлмороно тәмле бит, һурып ташла, тип мәрәкәләргә яраталар был ауылда аҙаҡ.

Автор:Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: