Тормошта иһә, әгәр һинең юғары белем хаҡындағы документың юҡ икән – иҙән йыуаһың. Һис юғы ниндәйҙер һатыусы һымағыраҡ һөнәрҙе үҙләштерәһең, йәғни практикала өйрәнәһең.
Сериалда теге ҡыҙ ҡатмарлы ҡағыҙ эштәрен дә гөл итеп эшләп ала ла китә. Ҡайҙан белә тиһең? Уға килеп тороп финанс мәсьәләренә ҡағылышлы яуаплылыҡтарҙы һалалар – вис эшләй!
Ә беҙҙә бит инде, диплом менән йөрөгән йәштәр ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, бөтә ерҙә лә тәжрибә талап итәләр. Алғанда ла, берәй бәләкәй генә эш хаҡына ултырталар. Ярай, беҙҙәгеһе ҡыҙыҡ түгел, унда, сериалда, мажаралыраҡ.
Теге универсальный ҡыҙға, хәҙер фирма хужаһы күҙ һала ла, улар араһында һөйләп бөткөһөҙ матур роман башлана. Сит илдәр, ялдар, бүләктәр... Былар оло туй яһап өйләнешә, бер балалары тыуа... йәки ике. Шунан бер ваҡыт бизнесмен был ҡыҙға хыянат итә башлай һәм һөйәркәһе менән икәүләшеп финанс мутлашыуҙары яһап, теге ҡыҙҙы төрмәгә ултырталар. Сериалдың төрмәһе лә төрмә инде. Унда ла ҡыҙ юғалып ҡалмай, яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ көрәшен алып бара, бөтөн төрмәне ғашиҡ итә һәм тағы ла күҙ алдына ла килтереп булмаған ғәләмәттәр ҡыла. Төрмәнән сыҡҡас, иренең фирмаһына ҡаршы булған икенсе фирмаға барып эшкә урынлаша, уның хужаһын да арбап, тегеләрҙән үс ала башлай. Ошо тәңгәлдә тормош ысынбарлығына килгәндә инде, төрмәнән сыҡҡан кешеләрҙең эш урыны таба алыуы бик ауыр мәсьәлә икәне билгеле...
Сериалда инде әлеге ҡыҙ элекке иренең бизнесын да тартып ала, яңы бай ир ҙә таба, балаларын да ҡайтара һәм башҡалар.
Йәшәйештә, айырылған ҡатындарҙың балаларына бер кем дә талашмай, улар сабыйҙарын үҙ елкәләрендә аҫырай, хатта алимент та ала алмай әле. Бына шундай күңелһеҙ ул тормош, шуға сериал ғына ҡарап ултырыу биш артыҡ.