Көтмәгәндә миллионерҙар бер көн эсендә хәйерселеккә төштө. Элекке миллионер, хәҙер пенсионер Ғәлим бөгөн урамда хәйер һорашып ултыра.
– Пинсийәмде еткерә алмайым, – ти элекке миллионер. – Бар ине заманала-ар. Ошо бер-ике һум хәйер аҡсаһына ҡарап ҡал инде.
Матур-матур йортта кабинет ишегенә "Начальник Фәлән Фәләнович Фәләнов" тип яҙылған түрәне алайыҡ. Ул да хәйер алырға мәжбүр. Бер зарплатыны еткереп буламы. Ғәлим кеүек урамға сығып ултырыр ине, китә алмай. Хөкүмәт эшенән бушамай. Уның эш машинаһын туҡтатып буламы?! Шуға түрәгә бүлмәһенә килтереп бирәләр. Ғәлим кеүек бер-ике һум ала. Миллиондар менән. Аҡсаның ҡасан мишайт иткәне бар. Иш янына ҡуш. Хәләл ефетенең Дубай ҙа Дубай, давай ҙа давай тип, ауыҙ һыуы ҡорой.
Аҡса тоғо өҫтөндә ултырған Фәлән Төгәнович Төгәнбаевҡа күҙ һалайыҡ. Уның да хәйерҙән ҡоро ҡалғыһы килмәй. Ул кабинетында хәйер алып килеүҙәрен көтөп ултырырға дүрәкме? Көтөп ултырһа, ысынлап та, алйот булыр ине. Шуға дәүләт аҡсаһынан үҙе ала хәйерҙе. Русса әйткәндә, полный правы имеет. Етмәһә үҙе баш, үҙе түш.
Арҡаһына "ДПС" тип яҙылған кешене алайыҡ. Ул ниңәлер, машина хужаларынан ғына хәйер алыусан. Дә-ә-ә, ил хәйерселәр менән тулды. Бер ҡайҙа ла морон төртөп булмай, бөтә ерҙә лә хәйер һорайҙар.