+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Декабрь 2021, 12:30

Кеше ишәккә ҡыҙыҡмай...

Бер көндө Хужа Нәсретдин ошондай иғлан биргән: "Кем дә кем байлығынан ҡәнәғәт, риза икәнлеген миңә килеп әйтһә, шул кешегә ишәгемде бүләк итәм", - тигән.

Кеше ишәккә ҡыҙыҡмай...
Кеше ишәккә ҡыҙыҡмай...

Был хәбәрҙе губернаторға еткерәләр. Ул Хужа янына килә лә: 

- Яҡын тирәлә минән дә бай һәм байлығынан ҡәнәғәт кеше юҡтыр. Шулай булғас, ишәк минеке, - ти.

- Ғәфү ит, - тип яуап бирә Хужа Нәсретдин. - Байлығыңдан тулыһынса разый булһаң, кеше ишәген алырға килмәҫ инең.

***

Бер көндө Хужа Нәсретдин күршеһенә таба һорарға ингән.

- Бай әфәнде, һин миңә бер өс көнгә, табаңды биреп тор әле.

- Ваҡытында индерһәң, алырһың, - тигән бай.

Өс көн үткәс, бай Хужаға табаһын һорап ингән. Тегенеһе уның ҙур табаһы эсенә бер бәләкәс кенә таба һалып биргән.

Бай Хужаға:

- Мин бит һиңә берәүҙе генә биргәйнем, ә һин икене ҡайтараһың, ни эшләп улай булды әле?

Хужа бер ҙә аптырап тормай, йылмайып:

- Эйй, әфәндем! Һин быға бер ҙә аптырама, табаң бит быуаҙ булған, миңә килгәс тә балаланы, – тигән.

Бай ике табаны ла алып ҡайтып киткән. Бер нисә көндән һуң, Хужа байға йәнә килеп ингән. Был юлы ҙур ҡаҙан һорай, ти.

Йәнә, файҙаланып торор өсөн, ҙур ҡаҙанын биреп сығарған. Өс көндән һуң, һауытын һорап ингән.

- Бай әфәнде, ҙур ҡайғыға тарыныҡ бит әле, ҡаҙаның донъя ҡуйҙы, бик ҡартайған булған икән.

Асыуы сыҡҡан бай:

- Наҙан, ҡаҙандың үлгәнен ҡайҙа күргәнең бар?! - тип ҡысҡыра башлағас, Хужа:

- Табаның балалауына ышандың бит, шулай булғас, ҡаҙандың үлеүенә лә ышанырға тура килә инде, - ти мыҫҡыллы йылмайып.

Фото: u-ssr.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: