+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Декабрь 2021, 11:00

Әңгәмә

Телефондан юҡ-бар һөйләргә әүәҫ танышым бар. Был юлы әңгәмәбеҙ ошолайыраҡ булды.

Әңгәмә
Әңгәмә

– Ҡарале, мин үҙемә участка һатып алдым. Янында ғына күл, урман...
– Ыһы...
– Өй һалырға уйлап торам әле. Ике ҡатлы итеп, башня менән. Бындай өй хаҡында әллә ҡасан хыялланам.
– Ыһы...
– Унда газ үткәрәсәкмен. Тағы ла мангал ҡуясаҡмын. Һәм беседка. Беседка түтәлдәр янында буласаҡ. Үрелеп помидор алып ҡабыр өсөн...
– Ыһы...
– Унда яҡында ғына күл менән урман бар, тинем бит әле. Балыҡ тоторға йөрөргә мөмкин. Йә бәшмәк йыйыр­ға. Ғөмүмән, һәйбәт өй һаласаҡмын.
– Ыһы...
– Унда йәшәп булырлыҡ итеп. Иртән уянып китәһең – бер ниндәй ҙә ҡала шау-шыуы юҡ. Ишек алдына сығаһың, мунсаға барып йыуына­һың... Шәп! Мунса ла төҙөргә кәрәк. Тик мунсанан сығып мәкегә сумырға күл алыҫыраҡ.
– Ыһы...
– Мин шулай уйлайым, быларҙың барыһын да бойомға ашырыу өсөн биш йыл кәрәк буласаҡ. Ә шунан, төҙөлөш тамамланғас, аяҡ тибеп эсербеҙ.
– Ыһы...
– Бына һөйләштек тә. Ярай, пока!

Фото: klike.net

 

Автор:Р. СОЛТАНҒОЛОВ
Читайте нас: