+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Декабрь 2021, 15:10

Ир-егеттәрҙең аңлатмалы һүҙлеге

ООбезьянник – ир-егеттәр­ҙең ғүмерендә бер мәртәбә булһа ла ҡунып сыҡҡан йорто. “Мин обезьянникта, аҡса менән килеп ҡотҡар! Тәлғәт” тигән смс алғас, Тәлиғә уны зоопарктан бик оҙаҡ эҙләһә лә таба алмаған. Көләмәс.

Ир-егеттәрҙең аңлатмалы һүҙлеге
Ир-егеттәрҙең аңлатмалы һүҙлеге

Олатай – васыятнамәһен әйләнгән һайын үҙгәртеүсе оло йәштәге кеше.
Олатайың һикһән йәшлек юбилейында торттағы бөтә шәмдәрҙе лә һүндерһә, фатиры тиҙ генә бушамаҫ. Әйтем.

Ө
Өй – ҡайһы бер ир-егеттәрҙең йыш ҡына һуңлап ҡайта торған торағы.
Ике ҡатын хәл-әхүәл һораша.
– Йә, ирең нисек? – тип һорай береһе.
– Ҡояш кеүек! – ти икенсеһе.
– Шул тиклем яҡшымы ни?
– Үҙең хисап ит: кис китеп бата ла иртән ҡайтып инә. Көләмәс.
Өйләнеү – муйынға ҡамыт кейеү.
Аҡыллы, матур һәм бай ҡыҙға өйләнгең килһә, өс тапҡыр өйлән. Кәңәш.

П
Паразит – бындай ҡуша­мат, лайыҡ булһалар ҙа, күптәргә тәтемәй.
Вәт паразит, ҡасан урла­шыу­ҙан туҡтайһың, тотол­маҫ­һың тип уйлай­һыңмы әллә? Һөйләү теле­нән.
Пеләш – унан кәпәс кейеп кенә ҡотола алмаҫһың.
– Ниңә пеләшләндең?
– Борсолған өсөн.
– Ниңә борсолдоң?
– Пеләшләнгән өсөн. Көләмәс.
Пенсионер – осон-осҡа ялғап йәшәүсе, айына бер тапҡыр ейәндәре хәлен белә.
Ике пенсионер һөйләшә:
– Һуңғы ваҡытта үҙемде студент һымаҡ тоя башланым бит әле!
– Күңелең ҡыҙҙар янына тартамы әллә?
– Юҡ, тығынырға аҡса еткерә алмайым. Көләмәс.
Повестка – ер тишегенән дә эҙләп табыр ҡағыҙ киҫәге.
Генералдың улына повестка килтергән почтальонды икенсе тапҡыр әрмегә алғандар. Мәҙәк.
Проблема – уны һәр кем үҙе тыуҙыра.
“Үҙ проблемаларын оно­торға теләп эсеүселәрҙән аҡсаны алдан уҡ түләүегеҙҙе һорайбыҙ”. Барҙағы иғлан­дан.

Р
Рауза – ир-егеттәрҙең һөйгәндәренә онотҡанда бер бүләк иткән сәскәһе.
– Ҡыҙҙар! Мин шундай шәп кавалер таптым, көн һайын йөҙ рауза бүләк итә. Бүлмәм сәскәләр менән тулды!
– Исеме кем?
– Нурый.
– Бишенсе йорттанмы ни?
– Эйе.
– Мин уны беләм, ул зыяратта ҡарауылсы булып эшләй. Көләмәс.
Ресторан – ҡатындары бешеренә белмәгәнлектән, ир-егеттәрҙең аҡса түгеү урыны.
Ресторанда һөмһөрө ҡо­йолған ир ултыра. Өҫтәлдә – мөлдөрәмә тулы рюмка. Янынан үтеп барған егет рюмканы эләктерә лә күҙ асып йомғансы кәгеп ҡуя. Ир ҡаушап былай ти:
– Тормош түгел, ғазап был: ҡатыным айырылды, һөйәр­кәм ташланы, дачам янды... Етмәһә, бынау иҫәүәне ағыуҙы эсеп ҡуйҙы... Көлә­мәс.
Ришүәт – уны бирәләр ҙә, алалар ҙа, таптыралар ҙа.
Ришүәт наркотик һымаҡ, бер тапҡыр тәмләп ҡара­ныңмы, тағы ла тәмләге ки­лә. Мәҙәк.
Рогатка – һәр ир-егеттең бала сағында ҡулынан төш­мәгән уйынсығы.
Уҡытыусы Ғәлиҙән һорай:
– Атайың тыуған көнөңә нимә бүләк итте?
– Дүрт рогатка.
– Шаярыуыңды туҡтат, мин ысынлап һорайым.
– Мин шаяртмайым! Атайым – райондағы берҙән-бер быяла ҡуйыусы. Көлә­мәс.

А. ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:И. Мөғәллимов төҙөнө.
Читайте нас: