— Өләсәйемә барам. Ә һин таң менән нимә эшләп йөрөйһөң?
— Һайлаусыларым менән осрашыуға барҙым. Әйҙә, минең ышаныслым бул әле. Өләсәйең янына һуңыраҡ бергә барырбыҙ.
— Минең тел байлығым юҡ шул, Бүре.
— Уныһы минең үҙемдә етерлек. Һинең бурыс йәнлектәрҙе йәлеп итеү.
Һуңынан Бүре ағас башында ултырған Һайыҫҡанға өндәшә:
— Ә һин, асыҡ ауыҙ, был хәбәрҙе тиҙ генә тарат әле. “Депутатлыҡҡа кандидат менән осрашыу була. Һуңынан Ҡыҙыл Башлыҡ стриптиз күрһәтәсәк!" – тип әйт.
— Туҡта әле, Бүре. Һин ни эшләп намыҫлы ҡыҙҙы мыҫҡыл итәһең. Мин һиңә әле ризалығымды ла бирмәнем бит, – тип бүлдерҙе уны Ҡыҙыл Башлыҡ.
— Эһем, ризалығың күпме тора инде?
— Өләсәйемә – яңы йорт, ә миңә – машина.
— Булыр, шәшке тун да өҫтәрмен.
Осрашыу иҫ киткес һәйбәт уҙҙы. Бүре һайлауҙа йөҙ процент тауыш йыйҙы. Ә Ҡыҙыл Башлыҡ менән әбейҙең яҙмышы былай хәл ителде: һайлау технологияһының серен сисмәһен өсөн, Бүре Ҡыҙыл Башлыҡты тотоп ашаны. Әбейҙе йорт һалымын түләмәгәнгә аласыҡҡа күсерҙеләр.
Фото: www.behance.net