+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Декабрь 2021, 15:15

"Бәхет хаты"

Машинамда китеп барам, ҡапыл видеокамераның янып һүнгәнен шәйләнем. Тиҙлекте арттырған өсөн төшөрөп алдылар, тигән уй килде башҡа. Башымды киҫергә бирергә әҙермен, мин тиҙлекте арттырманым!

"Бәхет хаты"
"Бәхет хаты"

Үҙемдең хаҡлы булыуыма инаныр өсөн бер квартал уҙғас, кире боролдом да шул уҡ урындан үттем. Тиҙлекте кәметеп... Видеокамера яңынан янып һүнде!
Ни... ҡыҙыҡ була башланы был. Сәмләндем – ошо уҡ урындан тағы ла өс мәртәбә уҙҙым. Ташбаҡа тиҙлеге менән, камераға ауыҙымды йырып... Өсөһөндә лә камера мине төшөрөп алды.
Ике аҙнанан һуң биш «бәхет хаты» алдым: штраф тураһында квитанциялар менән... Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәйенсә машина йөрөткән өсөн...

И. ДАРМАНОВ.

Иҫерек шикелле

Гаишниктар йышлығында ишеттем. Тегеләр түрә-ҡара менән әңгәмәләшә.
– Машина туҡтаттыҡ, руль артындағы ир иҫерек шикелле.
– Лабораторияға барырға теләмәйме әллә?
– Теләй, ә беҙ алып барырғамы, юҡмы, тип уйлайбыҙ.
– Эш нимәлә?
– Ул ошо лабораторияның етәксеһе.

У. РӨСТӘМОВ.

Юл бирегеҙ

Бер бабайҙың “Зәпәрәй”е һүнгән, ул “Мерседес”ты туҡтата ла водителгә:
– Улым, әҙерәк һөйрә әле, мин фараларҙы емелдәтә башлау менән, шунда уҡ туҡтарһың!
Ҡуҙғалалар, уларҙы “Вольво” уҙып китә. “Мерседес”тың водителе түҙмәй, газға баҫа. Юл сатында торған гаишник, быны күргәс, посҡа шылтырата:
– Коля, ышанаһыңмы-юҡмы, әле генә ике иномарка ике йөҙ километр тиҙлек менән уҙып китте, ә уларҙың артынан “Зәпәрәй”ҙә бер бабай тегеләргә, юл бирегеҙ, тип фараларын емелдәтте!

Ай-ай-ай...

Автосалонға каска һәм итек кейгән эшсе инә.
– Веntlеу GT Coupе күпме тора?
– 250 000 евро.
– Ай-ай-ай... Ә бер йылға кредит?
– Айына 25 000 евро.
– Ҡиммәт... Ә ике йылға?
– 12 500.
– Ҡиммәт... Ә өс йылға?
– Бәлки, арзаныраҡ машина алыуҙа мәғәнә барҙыр?

– Мәғәнә барҙыр, бәлки... Ләкин күтәргес крандың плитаһы тап бына ошондай машинаға төштө.

М. ӘҒЛӘМОВ.

Фото: 1969ja.livejournal.com

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: