+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Декабрь 2021, 10:00

Намыҫһыҙ булыу ҙа етә

Бер йылғаға ике мәртәбә инеп булмай, ә бер үк кешегә ике мәртәбә ришүәт биреүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. ***

Намыҫһыҙ булыу ҙа етә
Намыҫһыҙ булыу ҙа етә

***
Күп аҡсаға эйә булыу өсөн, күп аҡыл кәрәкмәй, намыҫһыҙ булыу ҙа етә.
***
Беҙ ҡоштар кеүек һауала осорға өйрәндек. Беҙ балыҡтар кеүек океанда йөҙөргә өйрәндек. Хәҙер ерҙә кешеләр кеүек йәшәргә өйрәнәһе ҡалды.
***
– Битлегең шундай шәп! Ҡайҙан алдың?
– Пандемия башланғанда ул аҡ ине.
***
Байҙар прививканы ресторанға йөрөү, ә фәҡирҙәр эшкә барыу өсөн яһата – мин дөрөҫ аңланыммы?
***
Аҙыҡ-түлек кәрзине үҫмәһен өсөн, хөкүмәт уға рухи ҡиммәттәрҙе лә индерергә ҡарар иткән. Уларҙың хаҡы даими төшә.
***
– Хәлдәрең нисек? Һаман битлектәр тегәһеңме?
– Битлектәр – үткән быуат. Вакцина ҡайнатабыҙ!
***
Әле генә коронавирус симптомдарын уҡыным. Уларҙың береһе гел йоҡоно килтерә, эшләргә теләк юҡ. Мин утыҙ йыл ауырыйым шикелле.
***
Битлекте былай бик оҙаҡ кейеп йөрөйәсәгебеҙҙе белгән булһам, алғы тештәрем өсөн стоматологҡа был тиклем аҡсамды бирмәгән булыр инем.
***
– Мин – намыҫлы сәйәсмән! Минең өсөн тауыш бирегеҙ!
– Хакимиәткә килгәс урлашаһы­ғыҙмы?
– Урлашам. Тик әҙерәк.
– Намыҫлы сәйәсмән өсөн тауыш бирәм.
***
Эскесе Иҫерекбашовты урнанан ситкә төкөргән өсөн өс йылға төрмәгә ултыртҡандар. Төкөрөк һайлау комиссияһы рәйесенә тейгән.
***
– Һин әллә бомжмы?
– Мин шешәләр тапшырыусы менеджер.
***
Чубайс бер ваучерға ике автомобиль вәғәҙә иткәйне. Мин өйөбөҙҙә приватизация һөҙөмтәһендә алынған Уралсиббанкының ике акцияһын таптым, һатып, аҡсаһына күмер алдым.
– Нисә вагон?
– Ниндәй вагон? Мин дарыухананан өс ҡап активирланған күмер алдым.
***
Эҫе һыу хаҡтарынан сығып фекер йөрөткәндә, беҙ уны Финляндиянан алабыҙ.

Фото: poembook.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: