-25 °С
Болотло
– Әсәй!
– Ә?
– Пионер булһаң, галстук бирәләрме ул?
– Эйе.
– Мин ҡасан пионер булырмын икән?
– Мәктәпкә барһаң.
– Ура! Мин мәктәпкә барһам, миңә лә ошондай галстук бирәләрме?
– Эйе, линейкала, бөтә мәктәп алдында, яп-яңыларҙы тағалар, – ти әсәй.
– Минең тиҙерәк мәктәпкә барғым килә!
– Һәйбәт уҡыһаң ғына, пионерға алалар, аҡыллы булһаң.
– Ағайым, һәйбәт уҡығас, аҡыллы булғас, уны пионерға алдылармы?
– Эйе.
– Атыу мин дә аҡыллы ғына булырмын!
Бер нисә йылдан мәктәпкә барҙым. Һәм, бына һиңә мә, пионерҙы бөтөрҙөләр. Иң аҡыллыһы булырмын, тигән хыялым, тормошҡа ашмай ҡалды. Аҡыллы булып булманы шулай.
Фото: aminoapps.com