– Ыста, мин һине көтмәгәйнем, – тине Үлемгә аптырап ҡарап.
– Мин көтөлгән ҡунаҡ түгел, дөрөҫ, – тине Үлем.
– Мин ни, әҙер түгел бит әле...
– 95-кә еткәнһең, һин әҙер булмай, кем әҙер булһын?
– Әлләсе, – тине Хәсибә бер Үлемгә, бер сәйнүккә ҡарап. Һыуһаған ине үҙе. – Туҡта әле. Үлемде матур итеп ҡаршыламаһам, исемем Хәсибә булмаҫ. Әйҙә, сәй эсергә.
Үлем баш тартманы. Хәсибә йүгереп йөрөп өҫтәл ултыртты.
Юбилейына тип әҙерләп ҡуйған кәнфиттәрен дә сығарҙы – Үлемгә тәғәйен булған икән. Берәр сынаяҡ сәй эсеп алғас, әбей ҡыйыулана төштө.
– Һин килгәс, күңелгә рәхәт булып ҡалыр тип уйлағайным, Үлем...
– Мин бит ғүмерҙе туҡтатам, намыҫты юймайым.
– Әйт әле, Үлем, ә ғүмерҙең мәғәнәһе нимәлә булды?
– Уны минән түгел, Ғүмерҙән һорар кәрәк ине.
Хәсибә икенсегә сынаяҡтарын тултырҙы. Сәйҙең былай тәмле булғаны юҡ ине. Бөтөнләй ҡыйыулана төшкәс әйтеп һалды:
– Элек һинән ҡурҡа торғайным, хәҙер оҡшайһың да әле ул.
– Дөрөҫ, мине яратыу яҡшыраҡ. Мин бит иң тоғро һөйәркәләй – барыбер киләм, – тине Үлем, сәйен эсеп бөтөп. – Йә, ярай, Хәсибә. Ваҡыт, – тип урынына баҫты. Хәсибә лә уның артынан ынтылғайны, карауатында яңынан тороп ултырҙы. Сәйнүк һаман һыҙғыра.
– Тфүүү, – тине Хәсибә өйөн ҡараштырып. – Хәҙер бел инде, үлдемме әллә юҡмы?.. – тип һөйләнә-һөйләнә, тиҙерәк сәй яһарға кереште. Бер айҙан булған юбилейына тип әҙерләгән кәнфиттәрен, тәм-томдарын да сығарып ашарға булды.