+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
31 Декабрь 2021, 12:30

Ғүмерлек ипотека

– Ҡарале, Мөсәлим, ныҡлап уйла, ниндәй көн бөгөн? Башыңды эшләт, беҙҙең өсөн түңәрәк дата, иҫеңә төшөрөргә тырыш, ашыҡмайса уйла.

Ғүмерлек ипотека
Ғүмерлек ипотека

– Күрмәйһеңме ни, ашап ултырам, ашағанда баш түгел, ашҡаҙан эшләргә тейеш. Яратаһың инде юҡ-бар һорап, эсемде бошорорға, ә көнөнә килгәндә яп-ябай шаршамбы бөгөн.

 – Хәтереңде әйтер инем, шуны ла белмәҫкә, беҙҙең бергә йәшәй башлағанға нәҡ ун йыл булды. Йә, әйт әле, быны оноторға яраймы һуң?!

– Минең өсөн биш йылмы, ун йыл булһа ла әллә ни айырма юҡ. Белмәйем, нимәһе түңәрәк булалыр уның.

– Әһә, әле шулаймы? Ярай, улайһа әйт, яңғыҙ ғына минән башҡа нисә көн йәшәй алыр инең икән?

– Нисә көн тип, теге ваҡытта әсәйең янына киткәс, кәстрүлдәге ашың өс көнгә етте, кәтлит менән макаронды дүрт көнгә һуҙҙым, тимәк һин әҙерләп киткән аш-һыу менән бер аҙна йәшәй алам, таҙа күлдәк-нәскиҙәр ҙә шул ваҡытҡа етте.

– Һин мине аңламаның, ахыры. Әгәр ҙә бөтөнләйгә китһәм, тим.  Яңғыҙ башың ҡалһаң, нишләрһең?

– Бөтөнләйгә?! Нисек инде бөтөнләйгә? Был турала уйлағаным юҡ әле, бының өсөн сәбәп тә булманы кеүек.

– Былай йәшәһәң, уйларға сәбәбе табыла уның. Ашауҙан башҡа бер ни һорағаның юҡ. Иң асыуымды килтергәне шул – һиндә тамаҡ ҡайғыһы ғына. Ял күрһәтмәйһең, ҡәҙеремде белмәйһең, кеше ҡатындары сит илдә диңгеҙ буйында ял итә, минең урыным көндәр буйы плитә янында. Уф, арыным, ғарыҡ, дөрөҫтән дә, һинән китмәй булмаҫ, ахыры.

 – Сит илдә, диңгеҙ буйында тиһеңме? Фәлән ергә барғаным юҡ, миңә бында ла насар түгел. Ярай, ҡарсыҡ, китһәң айырылып кит.Үҙең беләһең, миңә яңғыҙ йәшәүе ҡыйын, аҙнанан артыҡ сыҙап булмаҫ, шуға һиңә алмаш табып ҡуйырға кәрәк.

– Алмаш?! Ниндәй алмаш? Ни һөйләйһең? Ышан һиңә, минең урынға әллә берәйһен табып та ҡуйҙыңмы?!

– Табыуын тапманым әле, улай былай китәм тип ҡурҡытһаң, эҙләмәйсә булмаҫ. Бына күрше подъезда йәшәүсе Сания ирен эсеп-тартҡаны өсөн фатирынан ҡыуып сығарған, тип ишеттем. Ул ҡайһылыр кафела эшләй булһа кәрәк, бик тәмле итеп аш-һыу ҙа әҙерләй беләлер.

 – Һин нимә? Һауыт-һаба ла йыуа белмәгән Санияға плитәмде ҡалдырып китәмме, уны үҙ фатирының да иҙәнен ярты йылға бер генә йыуа, тиҙәр.

– Ярай, уны оҡшатмаһаң, туғыҙынсы ҡатта яңғыҙ йәшәүсе Гөлиә бар. Уны билмән-мантый ише ризыҡтарҙы бик тәмле бешерә, тип маҡтайҙар.

– Магазиндыҡын оҫта бешерә ул. Бешергәне лә шыр тоҙ була, тиҙәр. Етер, ниндәй Сания, ниндәй Гөлиә ул? Китәм тип, һынап ҡына ауыҙ асыуға, ҡара нимә һөйләй башланы. Ун йыл буйы һиңә түҙгәнде, китәмме инде?! Ошо йылдар эсендә һинең тамағың туҡ булһын тип плитә янында күпме тир түктем, әллә күпме һауыт-һаба йыуҙым, хәҙер сыҡ та кит имеш, китмәй торайым әле! Унан һуң ошо арала фатирға ипотека, машинаға кредит түләнеп бөттө. Һин, Мөсәлим, ошо ун йыл эсендә аҡылым бөтөнләй юҡҡа сыҡты, тип уйлайһың булһа кәрәк. Яңылышаһың, миңә ул иҫ тигәне әле генә керә башланы. Йылытылған оямды ташлап китергә башыма тай типмәгән әле, ә һинең тамағыңды мин нисек тә туйҙырырмын, был минең өсөн ғүмерлек ипотека, күрәһең...

                                                                 

Фото: https://matbugat.ru/news/?id=16163

Автор:Илдар ХӘЙРУЛЛИН
Читайте нас: