Шул саҡ мин, был сәйер ҡыҙыҡһыныусан, ғәйбәтсе ҡатынды туҡтатырға булдым.
- Етер! Тәрәнгә киттегеҙ түгелме? Мин уны һеҙҙән башҡа ла яҡшы беләм. Ул – минең ирем.
- Әстәғәфирулла! Шулай уҡмы ни, өндәшмәй ултырған булаһығыҙ! Әйе, аңлайым, ундай ир менән тыныс ҡына, кешегә һиҙҙермәй генә ғорурланырға кәрәк шул! Ысын баһадир! Буйы тиһәң буйы, спортсыларҙыҡы кеүек фигура, төҫ-ҡыйәфәте генә ни тора! Һаҡал мыйығы ла хәҙерге заман модаһына килешле. Яра, йөйҙәре уның битен биҙәй генә. Ысын ир заттары көйәҙ турғайға оҡшарға тейеш түгел. Әле генә шәйләп алдым, хәүефһеҙлек ҡулсаһына тотонған көрәк кеүек ҡулы эш һөйгән кешенеке. Һинең кеүек мөләйем ҡатыны булған ир бәхетлелер инде ул. Ышаныслы, тоғро, уңған көслө зат күп ҡатын-ҡыҙға тәтемәй шул, - тип уфтанып алды ла, ашығып урынынан торҙо. Хушығыҙ! Килеп еткәнмен икән, - тип сираттағы туҡталышта төшөп ҡалды.
Бушаған урынға килеп ултырған ирем: әхирәтеңде осраттың ахыры, тигәс, көлөп ебәрҙем. Артыҡ һорауҙар бирмәһен өсөн, һыуһаным тинем, үҙең дә ауыҙыңды асып, яланып бараһың. Еңеңдәге шешәңде сығар, һыуы йылынып бөткәндер инде, эсәйек! Иҫкә төшкәндә һине тағын иҫкәртке килә, ең эсенә шешә тығып йөрөү ғәҙәтеңде ташла! Эсергә яратҡан ҡатындар, самалап алһалар, бәйләнергә мөмкиндәр бит!
Әлиф ҒӘЛИМОВ.