-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Ғинуар 2022, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

Балконға сығып, ишек алдына күҙ һалдым: унда балалар йүгерешә, уйнайҙар, велосипедтарҙа йөрөйҙәр. Бәхетлеләр, әлегә уларға компьютер һатып алмағандар... ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Бөгөн башҡараһы эштәр исемлегенә: “Ер һатып алырға”, – тип яҙғас, үҙемде бер башҡа үҫкәндәй тойҙом. Гөлдәр өсөн, әлбиттә, әммә һәйбәт яңғырай.
***
Филармония залында. Кисә башлана. “Шостаковичтың алтынсы симфонияһы” тип иғлан итәләр. Башҡаралар... Артҡы рәттә:
– Бына күрҙеңме?.. Һинең ярты көн күлдәк алышты­рыуың арҡаһында биш симфонияны үткәргәнбеҙ.
***
Бер ҡарт таксистан үтенә:
– Дачаға барып етеп, әйберҙәрҙе бушатҡанда һин минең менән һөйләшмә. Ҡарсығым мине ун йыл элек үк ишетмәй тип уйлай.

***
Клиенттарыбыҙҙың береһе анкета тултырғанда “Тыуған урыны” графаһына “Бала табыу йорто” тип яҙған. Иң мөһиме – бәйләнермен тимә.

***

– Атай, миңә дөйөм знаменатель табырға ярҙам ит әле.
– Был файҙаһыҙ, улым, уны мин мәктәпкә йөрөй башлағандан бирле эҙләйҙәр

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: