-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Ғинуар 2022, 14:10

Ҡыуаныс

Беҙ ҡаланан ҡайтып килешләй юл ситендә бер әҙәмдең ағастар ҡосаҡлап йөрөгәнен күреп ҡалдыҡ.– Туҡтале, ҡустым! Бынау аҫылынырға уйлай, шай, – тип Хәтмулла ағай минең яурынға төрттө.

Ҡыуаныс
Ҡыуаныс

– Кеше шытма ағасҡа аҫылынмаҫтыр ул, – тип һүҙен әйтте Талип еҙнә лә.
Тегенеһе ошо арала әле бер ағасты һыйпай, әле икенсеһен еҫкәп ҡарай. Оҙаҡламай танып ҡалдыҡ. Ырымбурмы, һамар яҡтарындамылыр йәшәп ятҡан Айҙар икән. Күптән ауылда күренгәне юҡ ине, ниндәйҙер елдәр ташлаған инде, тимәк, был тарафтарға.
– Бәй, Айҙар ҙа ул! Ағас сәсеп киткән икән, шуға һоҡланып йөрөй, ахыры.
– Ҡайҙан сәсһен! Уҫаҡ менән ҡайын үҙе үҫә ул беҙҙә.
– Урмансыға уҡығайны түгелме һуң ул институтта?
– Нишләп?! Агроном булды ла инде колхоз бөткәнсе. Ун йыллап булалыр инде сығып киткәненә. Колхоз юҡ, баҫыуҙарҙы ағас баҫты.
Тиҙҙән Айҙар беҙҙең машина торған ергә яҡынлай башланы. Килеп, күрешеп, хәл-әхүәлде белешкәс, тегенән һорайым:
– Һин ни эшләп агроном башың менән баҫыуҙа шытҡан ағастарҙы ҡосаҡлап йөрөйһөң әле?
– Илһөйәрҙәрсә түгел, ҡустым! Ер үҙеңде ғәфү итмәҫ улай, – тип шаяртты Хәтмулла ағай ҙа.
– Һин улай профессияға хыянат итеп йөрөмә, ҡоҙа! – тип шарҡылдап көлдө Талип еҙнә хатта.
– Аҡрын тәьҫир итә торған ашламалар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? – тип һораны Айҙар беҙҙән.
– Уныһы тағы нәҫтәкәй була? – тине Хәтмулла ағай.
– Азот элементы ашлама менән тупраҡҡа индерелеү менән ерҙең төпкө ҡатламына, йә ситкә йыуылып бөтә. Шуның өсөн ғалимдар аҙ ғына миҡдар менән ирей торған ашламалар уйлап сығарҙы бер заман. Һынау үткәргәндә шунда ни беҙгә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мин диплом яҡланым был тема буйынса. Колхозға ҡайтып ошо баҫыуҙа тәжрибәмде дауам иттем. Дүрт йыл буйына. Тәүге йыл арыш уңыш бирмәне. Икенсе йыл бойҙай ҙа иҫ китерлек булманы. Ашлама бит инде аҡрын тәьҫир итә торған. Шуға көттөм. Өсөнсө йыл арпа ла, дүртенсе йыл һоло ла үҫмәне. Шунан колхоз үҙе лә бөтөп китте. Бына бөгөн ун йыл теүәл сығып киткәнгә. Баҫыуымды онотоп та бөткәйнем, әле бына яңылыш ҡына күҙ һалып ебәргәйнем. Өнөммө был, төшөммө?! Йә Хоҙай! Күҙ теймәһен бер үк. Ҡайһылай ағастар уңған! Ашламам, ниһайәт, тәьҫир итә башлаған икән, тимәк. Ҡайһылай ҡыуаныс!

Фото: goodnewsfinland.com

Автор:Раушан ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: