-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Ғинуар 2022, 17:25

Дәғүәселәр

Йорттар идаралығында булған тарихтарҙың тағы береһен һөйләп үтәйем әле. Шулай итеп, тағы сираттағы бер йорт файҙаланыуға тапшырылды. Унда фатир алыу бәхетенә өлгәшкән кешеләр шатланыша – шатланыша яңы өйгә күсенеп бөттөләр.

Дәғүәселәр
Дәғүәселәр

Тик яңы өйгә һаман да газ бирмәйҙәр икән. Бер-ике ай үтеүгә ҡарамаҫтан, улар һаман газһыҙ интегәләр. Ошо проблеманы хәл итер өсөн завод етәкселегенә лә мөрәжәғәт итәләр. Тик проблема хәл ителмәйенсә ҡала. Сөнки “под снос” булған өйҙәрҙән күсерелгән Шмидт Надежда исемле ҡарсыҡ күптән һикһәнде үткән, хәтере лә насарланған, газ менән дә тотона белмәй икән. Һорашып белгәндәр, уның балалары ла, туған-тумасаһы ла юҡ, бөтөнләй етем. Барыһы ла аптырашта ҡалған. Эргәһендә бер кеше лә юҡ, янғын сығыу ҡурҡынысы бар. Шул саҡта торорға урын эҙләп йөрөгән Галя исемле ҡыҙҙы унда инергә күндерәләр. Әбейҙең ризалығы менән квартираға теркәтеп, ул ҡыҙ бөтә яуаплылыҡты үҙенә алғас ҡына, йортҡа газ бирәләр. Тора-бара Галина, Шмидт Надежданы опекунға ала, ул үҙ сиратында фатирынын Галинаға мираҫ итеп ҡалдырырға килешеү төҙөй. Биш-алты йыл ваҡыт үтә.

Бына бер ваҡыт утыҙ йәштәр тирәһендәге ир менән ҡатын, беҙҙең начальник менән, минең кабинетҡа килеп инде. Ир менән ҡатын яңыраҡ ауылдан килгәндәр икән:

- Шмидт Надежда беҙҙең әбейебеҙ, уның квартираһына нимә нигеҙендә сит кешене теркәп ҡуйҙығыҙ! Етмәһә фатирын уның исеменә мираҫлыҡҡа килешеү яһатҡанһығыҙ!- тип, улар үҙҙәренең дәғүәләрен белдерә башланы. Үҙҙәрен дөрөҫлөк яуларға килгән, рәнйетелгән тип, хис итеп, йорттар идаралығын ғәйепләп, суд менән янай башланылар. Яңы начальник юғалып ҡалған, сөнки ул ваҡытта әйләнгән һайын юҡ-барға судҡа саҡыртып йәнде ҡыялар ине, шуға күрә аптырап килеп ингән. Мин эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңлап алдым, тегеләргә:

- Алты йыл элек, әбейегеҙҙе ҡарарға кеше эҙләгәндә, һеҙ ҡайҙа булдығыҙ? Уның берәй туған-тумасаһы юҡмы?- тип, күпме эҙләнек, шул арҡала ике-өс ай буйы бөтә йорт газһыҙ ултырҙы. Шуға күрә индерҙеләр ул ҡыҙҙы, был турала хатта завод идаралығы ла белә. Бөтәһе лә килешеп, документально эшләнде. Беҙҙе ғәйепләргә урынығыҙ юҡ! – тинем. Минең шул һүҙҙәрҙән һуң, ир-менән ҡатын бер-береһенә ҡарашып шымып ҡалдылар ҙа, хушлашмайынса ла сығып киттеләр. Начальник та еңел тын алып ҡуйҙы. Әгәр ҙә был хәлде мин хәтерләмәһәм, күпме суд юлында йөрөтөрҙәр ине, сөнки ул ваҡытта ҡарсыҡ бер нимә лә хәтерләмәй ине.

Фото: ua.all.biz

https://sdamzavas.net/2-76527.html

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: