***
Төпкөл ауылда.
– Һеҙҙә бурҙар бармы?
– Ниндәй бурҙар? Ғүмерҙә булғаны юҡ. Дөрөҫ, ҡайһы берҙә кешеләр үҙҙәре урлаша.
***
Ауыл магазинында янғын сыҡҡан, тик берәү ҙә һүндерергә ашыҡмаған. Барыһы ла бурыс дәфтәренең янып бөткәнен көткән...
***
Түрә ауылға килгән:
– Көрсөккә ҡаршы нисек көрәшәсәкбеҙ? – тип мөрәжәғәт иткән ул йыйылыусыларға.
– Бына сусҡа балаһы алдым әле, – тигән бер ир, – иткә һимертәм.
– Дөрөҫ эшләгәнһең! Ә һин нимә хәл иттең? – икенсе иргә мөрәжәғәт итә.
– Ә мин ағас ултыртырға булдым, уны утынға һимертәм...
***
Бер комбайнерға ураҡта еңеп сыҡҡан өсөн премия урынына Италияға путевка биргәндәр. Ә унда түҙеп торғоһоҙ эҫе, кафеға инә һәм һыуһын ҡандырырға шешә һорай. “Мартини” килтерәләр. Шешәне бушата, башына ла китмәй. Счетҡа күҙ һала:
– Һеҙҙең “Тархун” бигерәк ҡиммәт!
И. ӘБСӘЛӘМОВ.
Фото: factroom.ru