-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Ғинуар 2022, 14:00

Уңайлы ысул

Арыу ғына булдыҡлы бер кеше үҙенең шәхси клиникаһын аса. Ишеккә: “Сирҙе дауалау - 5000 һум, әгәр ҙә дауалай алмаһаҡ 10000 һум итеп ҡайтарабыҙ”, – тигән яҙыу элә.

Уңайлы ысул
Уңайлы ысул

Шунан үтеп барыусы бер зыялы, хәйләһен эшкә егә лә бынан файҙаланып бер аҙ аҡса эшләп алырға була. “Һаумыһығыҙ, һис аңламайым, нимә булғандыр, ризыҡтың тәмен тоймай башланым. Миңә хәҙер бар ашамлыҡ та бер төрлө төҫлө”, – ти.  Хужа шәфҡәт туташына мөрәжәғәт итә: “Сироп тултырылған 22-се һанлы тартманы алып килегеҙ ҙә, пациентҡа бирегеҙ әле”. Тегеһе алып килә лә: “Зинһар өсөн, ауыҙығыҙҙы асығыҙ”, – тип, уны ирҙең теленә тамыҙа. “Тьфү... бензин бит был!” – ти. “Ҡотлайбыҙ, һеҙ һауыҡтығыҙ, ризыҡ тәмен тоя башланығыҙ. Һеҙҙән 5000 һум!” Зыялының быларға ныҡ асыуы килә, ләкин аҡсаһын түләргә мүжбүр була. Шулай ҙа ул клиникаға ҡабаттан инә. “Һаумыһығыҙ, хәтеремде юғалттым бит әле, зинһар, ярҙам итегеҙ...” “Медсестра, сироп һалынған 22-се һанлы тартманы алып килеп, пациентҡа бирегеҙсе”. “Пациент, ауыҙығыҙҙы асығыҙ”. “Асмайым, ул тартмала бензин бит! – ти ир ҡурҡып. “Ҡотлайбыҙ, һеҙҙең хәтерегеҙ кире ҡайтты, һеҙҙән 5000 тәңкә”. Тегенең тағы ла нығыраҡ асыуы сыға. Әммә аҡсаһын түләмәй хәле юҡ. Бер-ике көндән, был юлы һис шикһеҙ отам тип, ҡабат клиника яғына йүнәлә. “Инде күҙҙәрем күрмәй башланы, зинһар ярҙам итегеҙсе”. “Бик ҡыҙғаныс, һеҙгә был осраҡта бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ. Бына, 10000 һумығыҙҙы алығыҙ!”. “Бында бит 5000 мең генә!” “Ооо, ҡотлайбыҙ, күҙәрегеҙҙе дауаланыҡ та баһа, ҡабат күрә башланығыҙ. Шулай булғас, һеҙҙән 5000 һум!”

http://zamansulyshy.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: