Кәнфит, шоколад ашатып, Вилкәйенең тештәрен серетеп бөтөрҙө, мәктәпте тамамлағас, бер ҡайҙа ла эшләтмәй, икенсе эйәк үҫтерҙе, өйҙә моңайып ултырмаһын тип, магнитофон, гитара кеүек әйберҙәр алып бирҙе.
Хәҙер Вилгә — үҙенсә әйтһәк, Вольдемарға — ике донъя — бер мөрйә. Ул, гитараһын алып, диванға ҡырын ята ла:
Ой папуля, ой мамуля,
Дайте денег, ля-ля-ля, — тип, моңло тауыш менән һуҙып ебәрә.
Улын артыҡ иркәләп үҫтергәнен һиҙеп ҡалған Әлфиә ханым бирмәҫ ине лә, Вольдемар бер генә аҡайып ҡарай.
— Мә, улым, мә!
Элек алмалай Әлфиә ханым хәҙер һуған кеүек һап-һары. Иңенә таш булып ятҡан улы ауырлығынан һығылып төшкән ул. Таныш-белештәре Әлфиә ханымға ҡарайҙар ҙа:
— Ҡулыңа үҙең ултыртһаң, елкәңә үҙе менер, — тиҙәр.
Фото:medicalinsider.ru