+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Ғинуар 2022, 16:10

Мәҙәк хәлдәр

Шамил өйләнә Шамил өйләнергә булды. Инде туйға бөтә нәмә лә әҙер, үткәрәһе генә бар. Әммә атаһы Ғәббәс ағай “төшөрөргә” ярата торған кеше.

Мәҙәк хәлдәр
Мәҙәк хәлдәр

Туй ваҡытында күберәк “һалып”, ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалдырыуы мөмкин. Был турала ла уйларға кәрәк.

Туған-тыумаса менән һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, Ғәббәс ағайға мунсала өҫтәл әҙерләргә булалар. Уға йоҡо урынын да шунда әҙерләйҙәр.

Шамилдарҙа өс көн, өс төн гөрләшеп туй үткәрәләр. Ғәббәс ағайҙың да эше шәп бара. Тороп яҡшы ғына “төшөрә” лә, ятып ял итеп ала, уяна ла тағы өҫтәй. Ул да өс тәүлек мунсанан сыҡмай.

Туйҙар үтеп, айный төшкәс, Ғәббәс ағай урамда күренә. Кәйефе яҡшы. Күрше-тирә хәл һораша:

– Ғәббәс, туйҙар нисек үтте?

– Яҡшы үтте, яҡшы! Ошо йәшемә етеп, бының кеүек ҡыҙыҡ туйҙы күргән юҡ ине әле, – тип яуап биргән ул.

Н. МИҺРАНОВ.

Ҡолау

Бер ҡатын ишек алдындағы эскәмйәлә бер үҙе ултыра ине, арғы остан танышы килеп сыҡты. Һаулыҡ һорашып, эргәһенә ултырҙы ла эсен бошорған әңгәмәне һөйләп алып китте:

– Телевизор ҡарап ултырып, эсем бошоп китте әле. Әй, ниңә хәҙер йәштәр ыслабый икән? Былай ашау ҙа һәйбәт кенә бит инде. Бер үбешһәләр ҡолай ҙа китәләр. Телевизор ҡарап, шуларҙы йәлләйем дә ултырам.

– Әллә улар ашау етмәгәндән ҡолай тиһеңме? Ашау ныҡ булғанға ҡолай бит улар!

– Аһ-аһ... Ниңә туҡ кеше ҡолаһын, ти?

– Өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ, вайым юҡ. Үәт, икәүләп ҡолауҙан башҡа ғәм юҡ уларҙа.

 

С. СӨЛӘЙМӘНОВА.

Фото: medium.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: