0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Ғинуар 2022, 11:05

Кирбес

Логиканан имтихан.Профессор:– Самолет бортында 500 кирбес бар. Береһе ос­ҡанда төшөп ҡалған. Бортта нисә кирбес тороп ҡалған?

Кирбес
Кирбес

Студент:
– Һорау еп-еңел! 499!
– Дөрөҫ! Сираттағы һо­рау. Филде өс алымда нисек һыуытҡысҡа урынлаш­тырырға?
– 1. Һыуытҡысты асырға. 2. Унда филде урынлаш­тырырға. 3. Һыуытҡысты ябырға.
– Артабан. Боланды дүрт алымда һыуытҡысҡа нисек урынлаштырырға?
– 1. Һыуытҡысты асырға. 2. Унан филде сығарырға. 3. Боланды һалырға. 4. Һыуытҡысты ябырға.
– Шәп! Йәнлектәр батша­һы арыҫландың тыуған көнө. Уны ҡотларға бөтә йәнлектәр ҙә килгән. Бе­реһе генә килмәгән. Ни өсөн?
– Сөнки болан әле булһа һыуытҡыста.
– Бик шәп! – ти профессор. – Артабан киттек. Крокодилдар мыжғып торған һаҙлыҡ аша әбей сыға аламы?
– Әлбиттә, сыға ала! Сөнки бөтә крокодилдар ҙа арыҫландың тыуған кө­нөн байрам итергә киткән.
– Яҡшы! Ә хәҙер һуңғы һорау. Әбей буш һаҙлыҡ аша сыҡҡан, ләкин ул барыбер үлгән. Уның менән ни булған?
– Э-э-э… Бәлки, йөрәк өйәнәгелер?
– Юҡ шул! Уға кирбес төшкән. Иҫеңдә булһа, самолеттан төшөп ҡалған кирбес. Күгәрсенкәйем, бер аҙнанан имтиханыңды яңынан тапшырырһың!

Ф. АБУТАЛИПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: